Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында үткән дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү эштәре беренсе булып Краснокама районының Янаҡтай ауылында тамамланған.
Был биләмәлә көслө дауылдан 42 йортҡа зыян килгән. Әле уларҙың барыһы ла төҙөкләндерелгән. Күрше Ҡарый ауылында 34 йорт яңынан һалына, 80 өйҙөң ҡыйығы алмаштырылған, тағы ла 13 йортта эш дауам итә.
Яңауыл районында 11 йорт төҙөлә. Был райондарҙа йәмғеһе 45 йорт һалына, тағы ла 419-ын тергеҙергә кәрәк. 17 сентябргә ҡарата алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 329 йорттоң ҡыйығы алмаштырылған.