Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС илдәре дәүләттәре һәм хөкүмәттәре етәкселәре саммиты 2015 йылдың 9-10 июлендә Өфөлә үтәсәк. Күләмле сараға әҙерлек барышында йыл ярым элек эш йүнәлештәре билдәләнгән ҙур программа төҙөлдө. Халыҡ-ара саммиттарҙың төп майҙаны итеп баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһы билдәләнде һәм әлеге ваҡытта унда төҙөкләндереү эштәре бара.
Ошо көндәрҙә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов саммит объекттарында эш барышы менән танышты һәм «Рәсәй-1» телеканалы хәбәрсеһенә интервью бирҙе. Әңгәмәлә ул төп бинала төҙөкләндереүҙең тамамланып килеүен һәм был йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2015 йылдың июлендә Өфө 16 ил делегацияһын ҡабул итәсәк. Бынан тыш, ШОС ойошмаһының киңәйеүе лә ихтимал. Һиндостан, Пакистан һәм Иран илдәре Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына инергә теләк белдергән. Тимәк, был илдәр етәкселәре лә Өфөгә мотлаҡ киләсәк. Донъя кимәлендә үтәсәк сараға ҡарата, Конгресс-холл һәм ҡунаҡхана объекттарынан тыш, аэропорт инфраструктураһын яңыртыу, Өфө урамдарын һәм йорттарын төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарыласаҡ.
– Халыҡ-ара форумдарҙы эшлекле шарттарҙа уҙғарыуға булышлыҡ итеү – төп мәсьәлә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта саммит сиктәрендә ҡунаҡтарҙы республиканың рухи-мәҙәни байлығы менән таныштырыуға ла ҙур иғтибар бүленәсәк.