Кремлдә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ил төбәктәрендәге яңы һайланған етәкселәр менән осрашыуында ҡатнашты. Унда 14 сентябрҙәге һайлау йомғаҡтары һәм киләсәккә эш пландары тикшерелде.
— Һайлау юғары кимәлдә үтте. Ошоға бәйле уға әҙерләнеүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһына ла – һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә, партияларға, бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәргә – рәхмәт әйтергә теләйем, — тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты яңы һайланған етәкселәрҙе һайлауҙа еңеү менән ҡотланы һәм артабанғы эшмәкәрлектә уңыштар теләне.
— Төп йомғаҡ — йәмғиәт төрлө һынауҙар алдында үҙенең берҙәмлеген күрһәтте. Әйтергә кәрәк: милли мәнфәғәттәребеҙҙе, дәүләтебеҙҙең үҫешен, нығыныуын яҡлаған сәйәси көстәр хуплау тапты, — тине Владимир Путин.