Ваҡыт үҙенекен итер19.09.2014
– Элек хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным. Һуңғы йыл­дарҙа иһә ауылда өлкән йәштәге өс инәй Ҡөрьән, намаҙ уҡый башланы. Хәйерҙе лә доға ҡылып ала улар. Әммә шуныһы күңелде тырнап тора: ошо инәйҙәр араһынан берәүһе элек уҫал­лығы менән дан алғайны. Шуға күрә уның янында ике төрлө тойғо кисе­рәм. Ошо йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Нәсимә.

Йылайыр районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Был донъяла иң ҡәҙерле, әһәмиәтле нәмә – ваҡыт. Уны әҙәм балалары төр­лөсә үткәрә. Бе­рәү­ҙәр һәр көндөң, сә­ғәттең ҡәҙерен бе­леп, үҫешкә, ка­миллыҡҡа ынтылһа, икенселәргә бындай ихтыяж һуңлабыраҡ килә. Шул уҡ мәлдә һәр ҡаҙанышҡа ла тиҙ генә өлгәшеү мөмкин түгел.
Динебеҙҙең тарихынан миҫал кил­те­рәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Муса әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!”тан башларға ҡуша. Әммә ғә­мәлдең күпме ваҡыт алырын билдәләмәй. Был саҡырыу “Ҡөрьән Кәрим”дең тәғ­лимәте буйынса башҡарылырға тейеш: унда әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә.
“Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәрҙе артабан намаҙға өйрәт”, – тигән сәхәбигә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡытын ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ислам юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Кире осраҡта, йәғни ҡабаланғанда, хатта ки башланған эшеңдең дә селпәрәмә килеүе ихтимал.
Ошонан сығып әйткәндә, иманға килгән һис кемгә “ул элек шундай ине, тегеләй ҡыланды” кеүек баһа биреү бер ҙә ки­леш­мәй. Нисәмә йыл буйы диндән сит­ләшеп йәшәргә мәжбүр ителгән хал­ҡыбыҙҙың әле әкренләп булһа ла иманға ҡайтыуын ихлас күңелдән хупларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә ки кемдер быға ҡәҙәр ниндәйҙер хата эш­ләгән, яңылыш юлда йөрөгән, әммә тәүбә ҡылып, Исламға килгән икән, әл-хәмдү лил-ләһ, ҡыуанырға ғына кәрәк. Уға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтһәк, ғилемен, иманын арттырырға булышлыҡ итһәк, хәйерле булыр. Мосолман ҡәрҙәшенең уңышына шатлана, кәмселеген күрһә, көйөнә, етеш­һеҙлектәренән ҡотҡарыу өсөн барлыҡ көсөн һалырға бурыслы. Шул саҡта ғына динебеҙгә юл нығыраҡ асылыр, дөйөм маҡсатыбыҙ тормошҡа ашмай ҡалмаҫ. Өҫтәүенә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, халҡы­быҙҙың “Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел” тигән матур әйтемен дә хәтерҙән сығармайыҡ. Уның нигеҙендә ҙур хикмәт, аҡыл ята.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ваҡыттың, Ислам биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, ярҙам итеп йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад