Ҡорбан байрамы – мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошонда һағынып көтөлгән изге, мөһим ваҡиға. Мәккә ҡалаһына хаж ҡылыу тамамланыуын аңлатҡан был көндө, ғәҙәттә, байрам намаҙын уҡып, ҡунаҡҡа саҡырышып, йылы мөхиттә аралашып, күтәренке рухта үткәрәләр.
4 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ошо уңайҙан ҙур сара ойоштора. Ҡунаҡтарҙы изге байрам менән башҡорт эстрадаһының билдәле сәхнә йондоҙҙары, Милли музыка ҡоралдары һәм эстрада-джаз оркестры, музыкаль-әҙәби лекторий тәбрикләйәсәк. Ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы – тәмле былау менән һыйлау ҙа ҡаралған. Инеү бушлай.