Дуҫлыҡты сағылдырыр изге ер19.09.2014
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы яңы мәсет урынлашҡан биләмәлә “Мөслим-сити” тигән хеҙмәт һәм ял үҙәге төҙөлөргә тейеш ине. Был проект тормошҡа ашырыла башланы ла инде.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат Юлаев – Минһажев – Коммунистик – Бехтерев урамдары киҫелешкән биләмәнән 20 гектар майҙанлыҡ ер бүленеп, төҙөлөшкә рөхсәт алынған. Әҙерлек эштәре йыл ярым эсендә тамамланырға тейеш.
“Мөслим-сити” үҙәгендә хакимиәт-офис биналары комплексы, ҡунаҡхана, апарт-отель, кафе, ресторан, сауҙа рәттәре, ғаилә менән ял итеү урындары, парк асыу планлаштырылған. Улар барыһы ла Ислам ҡанундары буйынса эшләйәсәк.
Биләмәгә Покров сиркәүе лә инә. Уның менән яңы мәсетте дуҫлыҡ аллеяһы тоташтырасаҡ.


Вернуться назад