“Исламдың йөҙөк ҡашы” ниндәй була?19.09.2014
“Исламдың йөҙөк ҡашы”  ниндәй була?
Мосолман ҡатын-ҡыҙының, Раббыбыҙҙың әмеренә буйһоноп, хижаб кейеүе – ҙур ҡыуаныс. Аллаһ уларҙы тура юлдан яҙҙырмаһын. Амин.


Тик күңелде өйкәгән бер нәмә бар: кейемдең ҡайһы бере Раббыбыҙ риза булырҙай, Уның пәйғәмбәре ҡуш­ҡан талаптарға яуап бирәме һуң? Аяҡтарҙа – джинсы салбар, өҫтә – ялтыр туника, башта сағыу төҫтәге яулыҡ – ошомо хижаб? Тәнгә ҡуша үрелеп үҫкәндәй һығып торған күлдәк – шулмы Аллаһтың гүзәл затҡа бойорған әмере?
Эй, мөслимә! Исламдың биҙәге һәм йөҙөк ҡашы булған, дине өсөн янып торған арыҫландай улдар үҫтерер мосолман ҡыҙы! Бөйөк Аллаһ Тәғәлә һиңә ҙур хөрмәтен, ихтирамын күрһәткән – хижаб кейҙе­рер­гә ҡарар иткән. Был кейем – яман күҙҙән, яуыз һүҙҙән, яман уйлы ке­ше­ләрҙән һаҡлап торған ҡалҡан. Уның аша һин динен онотҡан мосолманға асылын иҫләтәһең, уйланырға мәж­бүр итәһең, ҡәрҙәшеңдең күңелендә сикһеҙ шатлыҡ тойғоһон уятаһың. Эйе, ҡиәфәтең менән генә лә шундай изге ғәмәл атҡараһың – халыҡҡа дәғүәт эшләйһең.
Хижаб – ҙур яуаплылыҡ та. Гүйә ки һин Исламдың бай­рағын күтәргәнһең һәм тирә-йүнгә динең тураһында бәйән итәһең. Аҙ ғына “ҡыйыш” баҫтыңмы: “Ә-ә, мосолман бына ниндәй була!” – тип әйтергә әҙер торғандар байтаҡ. Ләкин Раббыбыҙҙың ризалығына лайыҡ булырға теләгән әҙәм балаһын Аллаһ Үҙе аралар.
Хижаб кейгән ҡатын-ҡыҙ иңендә апай-һеңлеләре өсөн дә яуаплы­лыҡ ята. Исламға яңы килгәндәр унан өлгө аласаҡ. Тимәк, хижабтағы мөслимә ҡатын-ҡыҙ шәриғәт ҡуш­ҡан­са кейенмәй икән, ул башҡа­лар­ҙы ла шулай йөрөргә мәжбүр итә. Ә дөрөҫ хижаб ниндәй булырға тейеш һуң?
1. Тәндең бөтә өлөштәренең дә (йөҙҙән һәм ҡул суҡтарынан тыш) мотлаҡ ҡапланған булыуы мөһим.
2. Хижаб биҙәүес кеүек булмаһын!
3. Кейемдән хушбуй еҫе сығырға тейеш түгел.
4. Тар һәм тәнгә һылашып тор­маһын.
5. Тығыҙ, үтә күренмәгән туҡы­манан булыуы шарт.
6. Ирҙәр кейеменә оҡшамаһын.
7. Маһайыу ниәтенән кейелмә­һен.
Ҡыйбатлы кейемең аша байлы­ғыңды, дан-шөһрәтеңде күрһәтеү, маҡтаныу тыйыла. Был талап ҡа­тын-ҡыҙға ғына түгел, ир-егеткә лә ҡағыла.
Яулыҡ ябынып, сәсте йәшереү хи­жаб була тип уйлап, башҡа ерҙә­ренә Ислам тарафынан тыйылған әйберҙәр (мәҫәлән, ялтырап торған күлдәк) кейеп урамға сыҡҡандар ҙа бар. Ошондай осраҡта башҡа­лар алдында йөҙөн йыртмайынса, уның үҙенә генә ипле итеп әйтергә, аңлатырға кәрәк. Дингә килгән һәр яңы кешегә күр­кәм мөнәсәбәттә булырға, белмәгәнен өйрәтергә бурыслыбыҙ.


Вернуться назад