Һөнәрле йәштәр – ил ҡеүәте19.09.2014
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәте
Өфөлә киң профилле һөнәр биреү колледжының ойошторолоуы мәктәпкәсә тәрбиә биреү һәм ошо тармаҡ өсөн махсус белгестәр әҙерләү менән тығыҙ бәйле. Был эшкә 1924 йылда нигеҙ һалына: баш ҡаланың Фрунзе исемендәге Башҡорт өлкә педагогия техникумында мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү бүлеге асыла. Уҡыу йорто Өфөнөң Пушкин урамындағы 78-се йортта урынлашҡан булған (хәҙер унда – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ҡарамағындағы махсус музыкаль белем биреү мәктәп-интернаты).
1939 йылда техникум балалар баҡсалары өсөн 143 белгес әҙерләп сығара. Әлбиттә, тармаҡтағы ихтыяжды бының менән генә ҡәнәғәтләндереп булмай. Ошо нигеҙҙә тап 75 йыл элек – 1939 йылдың 19 сентябрендә – техникум Өфө башҡорт мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү педагогия училищеһы тип үҙгәртелә, йәғни айырым уҡыу йорто булып китә. Киләһе биш йыллыҡ планы буйынса (1938 – 1942 йылдар) бөтәһе 20 мең урынға иҫәпләнгән балалар баҡсалары төҙөү ҡарала, шуға күрә квалификациялы махсус белгестәр әҙерләү өсөн айырым уҡыу йорто булдырыу көн талабына әйләнә.
Тарихы ошолай башланған педагогия училищеһы хәҙер киң профилле һөнәр биреү колледжына әүерелде. Уҡыу йортоноң юбилейы уңайынан уның директоры, педагогия фәндәре кандидаты Рәфҡәт ҮМӘРҒӘЛИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.



Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәте— Рәфҡәт Самат улы, һүҙҙе заманға ярашлы үҙгәрештән башлайыҡ. Белеүебеҙсә, колледж ике махсус урта белем биреү учреждениеһын берләш­тереү нигеҙендә барлыҡҡа килде...
— Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла барған үҙгә­рештәр һәр тармаҡҡа, йәмәғәтселеккә яңы бурыстар, маҡсаттар ҡуя. Иҡтисади хәл-торош һәм социаль реформалар илдә башланғыс һәм урта махсус белем биреүҙең иң яҡшы традицияларын берләштергән уҡыу йорттарын булдырыу зарурлығын талап итте. Шул рәүешле, Баш­ҡорт­остан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 12 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, баш ҡаланың 1-се педагогия учи­лищеһы менән 38-се һөнәрселек лицейы берләште­релеп, Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжы ойошторолдо.
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәтеТарихи сығанаҡтарға таянып, ҡайһы бер мәғлүмәт­тәргә туҡталып үтәйек. Өфө башҡорт мәктәпкәсә белем биреү педагогия училищеһының беренсе директоры итеп Башҡорт педагогия институты ректоры М. Ғиба­ҙуллин тәғәйенләнә. 1940 йылда уны ошо уҡ уҡыу йортоноң етәксеһе А. Ушаков алыштыра, урынбаҫары вазифаһын педагогика тарихы һәм педагогика уҡытыу­сы­һы Р. Тереғолова башҡара. Бер аҙҙан Рәйлә Низаметдин ҡыҙы директорлыҡ вазифаһына тәғәйенләнә, 1942 йылғы сығарылышҡа етәксе булараҡ фатиха бирә.
Уҡыу йортоноң тәүге уҡытыусылары Ф. Мостафина, В. Спирина, Х. Сөләймәнова, С. Мәҡсүтова, Н. Андрианова, А. Шәкүрова, Б. Альтанов, М. Сафин була. 1941 йыл­дағы тәүге сығарылышта башҡорт һәм урыҫ төркөм­дә­рен 60 йәш белгес тамамлай.
Уҡыу йортоноң тарихында тетрәндерерлек мәлдәр ҙә бар. Мәҫәлән, 1941 йылдың 21 июнендә сығарылыш кисәһе үткәрелһә, иртәгәһенә, белгестәр училищены тамамлау хаҡында документ алырға тейешле мәлдә, тыуған илде һаҡларға һуғышҡа китә. Училище уҡытыу­сы­лары Шакиров, Кальметьев, Василевский, Дученко, Симонов, бухгалтер Шаргин, секретарь-машинистка Машкина, уҡыу йортон тамамлаған Ҡоҙаярова, Әхмәто­ва, Ғилманова (үкенескә ҡаршы, хатта приказдарҙа уларҙың исемдәре һаҡланмаған) кеүек ҡыҙҙар тура яу яланына юллана. Был хаҡта бөгөн дә студенттарыбыҙға һөйләйбеҙ, сөнки йәштәрҙә, бигерәк тә буласаҡ уҡытыусыларҙа, ватансылыҡ тойғоһон үҫтереү бик мөһим. Улар үҙҙәре лә киләсәктә балаларҙа рух, илһөйәрлек хистәрен тәрбиәләргә тейеш бит.
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәтеУҙған быуаттың 40-сы йылдарында училищела Маһи­нур Бигбова, Сәхиә Ремезова, Елизавета Мохрова, Бәһиә Мәғәсү­мова, Фатима Мостафина эшләгән. Әйткәндәй, Фатима Хәмит ҡыҙы — беҙҙең уҡыу йортоноң ғорурлығы ла. Коллегалары һәм уҡыусылары, ул киң даирәле, талантлы, хөрмәтле педагог ине, тип хәтерләй. Химия, тәбиғәтте өйрәнеү фәндәренән уҡытҡан. Комсомол эшен ойошторған, үҙе үк комсорг булып, уҡыусыларға ысын өлгө күрһәткән. Аҙаҡ БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы министры итеп тәғәйенләнә, В.И. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Училищела директор булып эшләгән М. Ғиба­ҙул­лин, Р. Ибраһимов, М. Фазылов, Т. Хөсәйенов, И. Ғөбәй­ҙуллин, Ғ. Фәрхетдинова ла уҡытыусылар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Тәүге ун йыллыҡта училищены 824 белгес тамам­лаһа, 1949 – 1959 йылдарҙа сығарылыш уҡыусылары – 1 143-кә, 1959 – 1969 йылдарҙа 1 769-ға етә. Педагогик коллектив йылдан-йыл тулыланып, 1984 йылда уҡыу йорто үҙаллы 3-сө педагогия училищеһына әүерелә.
1986 йылда директор итеп Р. Ишҡыуатов тәғәйен­ләнә. Ул етәкселек иткән йылдарҙа уҡыу йортоноң матди-техник хәле нығый, биналарға реконструкция эшләнә, уҡытыу майҙаны өс тапҡырға киңәйә, 100 урынлыҡ ашхана һәм 120 кешегә иҫәпләнгән тантаналар залы, китапхана, музыка кабинеттары, компьютер кластары сафҡа инә. Шулай уҡ аудио һәм видеоаппаратура, баяндар, рояль, ике еңел машина алына.
1989 йылда училище 50 йыллыҡ юбилейын киң билдәләй. Был ваҡыт арауығында ул 16 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған була. 1994 йылда иһә Өфөнөң 1-се педагогия колледжы тип үҙгәртелә. Һөҙөмтәлә белем биреү тармаҡтары арта, “Социаль педагогика”, “Сит телдәр” тигән бүлектәр асыла.
75 йыл дәүерендә колледжды 37 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Беҙҙә әҙерләнгән белгестәр Баш­ҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләй, араларында фән докторҙары, етәкселәр бар. Психология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Психология институты профессоры Е. Яковлева, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында кафедра мөдире, Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһының ағза-корреспонденты Р. Гасанова, ошо уҡ учреждениеның доценты, педагогия фәндәре кандидаты В. Яфаева, медицина фән­дәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина уни­вер­сите­тының балалар неврологияһы кафедраһына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән профессор А. Мифтахова, педагогия фәндәре докторы, Шәреҡ иҡтисади гуманитар университеты профессоры Ә. Әбсәләмова һәм башҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Беҙҙең уҡыусылар республи­каның Мәғариф министрлығында, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтарында етәксе, төп белгес булып эшләй. Мәҫәлән, С. Денисова, С. Хафизова, С. Нурисламова, И. Саморукова, Л. Шиянова, В. Сөләймәнова, Н. Шиняева һәм башҡалар. Мәктәпкәсә белем биреү тармағында хеҙмәт иткәндәр­ҙең 50 проценттан ашыуы – беҙҙең колледжды төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар. Коллектив бөгөн дә ең һыҙғанып, алдына яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй.
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәте— 38-се лицейҙың да ҡыҙыҡлы тарихы барҙыр?
— Ул 1954 йылдың 12 июлендә тегенселәрҙең һөнәр­селек мәктәбе булараҡ барлыҡҡа килгән. Төрлөсә атап йөрөтөлгән: 5-се, 59-сы, 38-се һөнәрселек техник учили­щеһы булған, 38-се юғары һөнәрселек училищеһы тип тә үҙгәртелгән, Мода колледжы тип тә нарыҡланған. Уҡыу йорто 15 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Төрлө йылдарҙа уға С. Ҡорбанғәлиев, К. Иванова, Ҡ. Телә­шева, Г. Фәтихова, А. Ямалетдинов етәкселек иткән. Лицейҙың юғары наградалары бихисап. Спорт өлкәһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән.
— Колледждың бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында ни әйтерһегеҙ?
— Әле беҙҙә 1 461 студент мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс кластарҙа уҡытыу, сит телдәр, адаптив фи­зик культура, физик культура, туризм, ғәмәли информатика специальностары буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә белем ала. Колледжда шулай уҡ костюмдар буйынса рәссам, кейем бесеүсе, тегенсе, секретарь, ашнаҡсы, кондитер, парикмахер һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин. Педагогик коллективтың төп маҡсаты – юғары конкурентлыҡҡа һәләтле белгестәр әҙерләү. Эшкә урынлашыу мөмкинлеге киңерәк булһын тигән ниәттә колледжда өҫтәмә белем биреү үҙәге ойошторолған. Унда студенттар сит телдәрҙе төплөрәк өйрәнеү, компьютер менән файҙаланыу, секретарь-референт, телмәр ҡытыршылыҡтарын коррекциялау һәм ғәмәли психология, вожатыйҙар һәм ойоштороусы педагогтар, экскурсовод, психологик тренинг етәкселәрен әҙерләү буйынса тәрәнәйтелгән махсус программалар буйынса шөғөлләнә ала.
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәтеКолледжда шулай уҡ студенттарҙы инглиз теле буйынса Британия нәшриәтенең уҡыу әсбаптарын фай­ҙаланып, САЕ, ҒСЕ һәм ТКТ халыҡ-ара имтихандарға әҙерләү технологияһы булдырылған. 2013 – 2014 уҡыу йылдарында V курсты тамамлаған 30-лап студент был им­тихандарҙы уңышлы тапшырҙы. ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының “Европа кон­тек­сын­да креатив компетенциялар” халыҡ-ара мәғариф проекты нигеҙендә колледждың уҡытыусылары һәм студенттары йыл һайын Германияла һәм Бөйөк Британияла була, тәжрибә уртаҡлашып, яңы алымдарҙы өйрәнеп ҡайта.
Республика уҡытыусылары ла колледжда даими рәүештә һөнәри әҙерлек үтә. Улар өсөн квалификацияны күтәреү, яңы һөнәр алыу, мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларында өҫтәмә белем биреү буйынса махсус семинарҙар ойошторола, шул иҫәптән республика райондарында курстар ойоштороу ҙа яйға һалынған.
Студенттарыбыҙ колледждан һуң юғары уҡыу йортона уҡырға инә ала. Был йәһәттән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙә ауылдан килгән балалар бик күп. Улар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ бар.
Колледжда теоретик белем биреү менән бергә прак­тикаға ла ҙур иғтибар бүленә: студенттарыбыҙ балалар баҡсаларында, ҡала мәктәптәрендә тәүге һынау үтә, заманса ательеларҙа, кафеларҙа, ресторандарҙа эшләп ҡарай. Шуныһы ҡыуаныслы: колледж белгестәре теоретик һәм практик йәһәттән тәрән әҙерлек менән сыға, шуға ла уларға ихтыяж ҙур. 90 проценты бер ниндәй проблемаһыҙ эшкә урынлаша.
Йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү ҙә — беҙ­ҙең бурыс. Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара, Рәсәй, халыҡ-ара профессиональ конкурстарҙа сығыш яһап, даими рә­үештә юғары уңыштарға өлгәшә. Бүрәт Республикаһы­ның Улан-Удэ ҡалаһында үткән “Көтөп алған уҡытыусы” халыҡ-ара педагогик оҫталыҡ конкурсында һәм Санкт-Петербург, Пермь ҡалаларында ойошторолған төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашыу һәм еңеү беҙҙең йәштәр өсөн йолаға әйләнде, тиһәк тә була. Тимәк, улар һөнәрҙәрен теләп, яратып һайлаған һәм, ниндәй хәл килеп тыуһа ла, ижади фекерләй. Уҡытыусылыҡты һайлаған кеше өсөн был бик мөһим.
Яңыраҡ асылыуына ҡарамаҫтан, “Адаптив физик куль­тура” бүлегенән дә маҡтап телгә алырлыҡ студент­тарыбыҙ байтаҡ: Диана Әхмәтова менән Ксения Максимова ауыр атлетика буйынса – донъя, Айҙар Нетолеев бокс буйынса – Рәсәй чемпионаттарында, Дмитрий Исаев Бөтә Рәсәй кимәлендәге саңғы ярыштарында юғары күрһәткестәргә өлгәште. Быйылғы сығарылыш студенты, еңел атлетика буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы тип танылған Ейәнсура егете Илһам Ишмөхәмә­тов иһә ил йәштәренең йыйылма командаһынан Олимпиада резервына ҡабул ителде. Ҙур еңеүҙәргә лайыҡ булған уҡыусыларыбыҙ бик күп, һәр береһен исемләп һанап бөтөп тә булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, респуб­ликаның спорт ҡаҙаныштары буйынса махсус белем биреү уҡыу йорттары араһында студенттарыбыҙ икенсе урын яуланы.
Колледждың барлыҡ яңылыҡтары менән рәсми сайтта танышырға мөмкин. Әүҙемлеге, сағыулығы, уңайлылығы буйынса ул урта махсус уҡыу йорттары араһында иң яҡшыһы тип табылды.
“Ялҡын” эстрада йыры, халыҡ бейеүҙәре, “Аленушка” вокаль ансамбле, театр түңәрәктәре ағзалары күп тап­ҡыр студенттарҙың ижади конкурстары лауреаты булып танылды.
Һөнәрле йәштәр –   ил ҡеүәтеҠыҙғанысҡа ҡаршы, пионер, комсомол ойошмалары бөтөрөлгәс, йәмғиәттә изгелек, яҡшылыҡ кеүек һыҙаттар юғала барған төҫлө. Ошо бушлыҡты тултырыу йәһәте­нән педагогик коллектив, студенттар байтаҡ эш атҡара. Мәҫәлән, колледжда икенсе йыл Рәсәй Федерацияһы­ның Белемде камиллаштырыу институты менән бер­лектә ирекмәнлек хәрәкәте буйынса эксперименталь майҙансыҡ бик әүҙем эшләй башланы. Уның менән педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Белемде камиллаштырыу институтының баш белгесе, Рәсәй мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҡташыбыҙ З.Ғ. Сәхипова етәкселек итә. Майҙансыҡ уҡыусыларға үҙ ихтыярың менән йәмәғәтселеккә кәрәк­ле эштәргә әҙер булыу, үҙҙәрен асыу, һаулығын һаҡлау өсөн мәғлүмәтле булыу кеүек тәрбиә бирә. Колледж ирекмәндәре наркомания, тәмәке тартыу, эскелек һәм башҡа кире күренештәрҙе иҫкәртеү сараларын өйрәнә, “Бергәләп һаулыҡ өсөн!” программаһын тор­мошҡа ашырыу йәһәтенән йәмәғәт наркология посы, “Наркодозор” волонтер хәрәкәте үҙәге булдырылған.
Колледждың данлыҡлы үткәне, ғорурланырлыҡ шә­хес­тәре, маҡтап телгә алырлыҡ етәкселәре, уҡыу­сылары, студенттары бар. Унда әле белем алған йәштәр һәм педагогик коллектив та киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарай, ең һыҙғанып уҡырға, эшләргә тырыша. Заман талаптарына яуап биргән, төрлө яҡлап үҫеү мөмкинлеген асҡан колледж һәр саҡ камиллашыу юлында. Шуға ярашлы колледжды үҫтереү концепцияһы булдырыл­ған, ул үҙе үк киң профилле һәм күп кимәлле уҡытыу системаһын бер өҙлөкһөҙ камиллаштырыуҙы, мәғариф тармағында белем, тәрбиә биреү, уҡытыу-етештереү, финанс-иҡтисади эшмәкәрлектә сифатлы яңы инновацион этапҡа күсеүҙе талап итә. Беҙ, яңы быуын уҡытыусылары һәм уҡыусылары, остаздарыбыҙ традицияларына һаҡсыл ҡараштабыҙ һәм уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Лариса АБДУЛЛИНА әҙерләне.


Вернуться назад