Мәғлүмәтте нисек алырға?19.09.2014
Интернет селтәренән бурыстарың тураһындағы дөрөҫ мәғлүмәтте белергә мөмкинме? Бының өсөн хаҡ түләргә кәрәкме?

Г. Кәримова.

Борай районы.

Айырым кешеләрҙең, шу­лай уҡ тотош ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың бурысы булыу-булмауын, шулай уҡ түләүҙең үҙенсәлектәрен Федераль суд приставтары хеҙ­мәтенең Интернет селтә­рендәге “Башҡарыу эштәренең мәғлүмәт банкы”нан белергә мөмкин.
2012 йылдың ғинуарынан ғәмәлгә ингән хеҙмәт ошо өл­кә­ләге мөнәсәбәттәрҙе үҫте­реү­ҙә мөһим аҙым булды. Эле­герәк кеше суд приставтары бүлегенә мөрәжәғәт итеп кенә бурысы хаҡында белһә, хәҙер иһә уны Интернет селтә­ренән алырға була. Хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
Ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт­те табыу өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш­ҡортостан идаралығы сайтына (www.02.fssprus.ru) инеп, төп биттәге “Башҡарыу эштәренең мәғлүмәт банкы”н асырға, граж­дандың фамилия­һын һәм исемен йәки ойош­маның ата­маһын, башҡарыу эшенең һа­нын яҙырға кәрәк. Система эк­ранда күренгән һү­рәттәге кодты индереүҙе һо­раясаҡ. Артабан бурыстың булыу-булма­уы тураһында ту­лы мәғлү­мәт биреләсәк. Унда бу­рыс­лы­­ның исем-шәрифе, до­кументтың номеры, бурыс кү­ләме, суд приставтарының территориаль бүлеге адресы, ошо эште алып барған суд приставының фамилияһы һәм бәйләнеш телефоны ла күрһәтелә.
Ошонда уҡ банкта бурысты түләү квитанцияһын тулты­рыр­ға мөмкин. Әҙер квитанция алыу өсөн тейешле һылтан­ма­ны йәки ҡулаҡсаһыҙ иҫәп­лә­шеү системаһын фай­ҙала­нырға була.
“Мәғлүмәт банкы” – Федераль суд приставтары хеҙмә­тендәге автоматлашты­рылған берҙәм мәғлүмәт системаһы­ның бер өлөшө. Унда илебеҙ­ҙәге барлыҡ граждандар ха­ҡын­да мәғлүмәт тупланған. Был хеҙмәттән “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша ла файҙа­ла­нырға мөмкин. Ҡушымтаға ошо сайттарҙан сыҡмайынса, уларҙың эҙләү системаһы аша тоташырға була.
Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ – планшет компьютерҙар, кеҫә телефондары, “iPhone” өсөн дә махсус ҡушымталар бар. Уларҙы Google Play, App Store системаһынан алып “iPhone”ға, “Windows”тан “Windows Phone”ға ҡуйып була. Яңы бурыс йәки ғәмәлдәгеһенең үҙгәреүе тура­һында белдереү алыу мөмкин­леге бар. Бынан тыш, “Рәсәй­ҙең Федераль суд прис­тавтары хеҙмәте органдарына мөрә­жә­ғәт итеү тәртибе” тип аталған өҫтәмә бүлектә мөрә­жәғәт ебә­реү һәм уны ҡарау, граждан­дарҙы ҡабул итеү, вазифалы кешеләрҙең ғәмәлдә­ренә ялыу итеү үҙенсәлектәре сағыла.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад