Был яҙмам менән мин яңылыҡ асырға йыйынмайым, тик һуңғы осор хәл-ваҡиғаларына ҡарата фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын. Эйе, һуңғы йылдар, бигерәк тә быйылғыһы, төрлө ваҡиғаларға бай, хатта ҡатмарлы ла, көсөргәнешле лә. Йә тегендә, йә бында һуғыш, ер тетрәү, ҡоролоҡ, һыу баҫыу кеүек күренештәр бер-бер артлы фажиғәләрен еткереп тора, дәүләттәр араһында тыныслыҡ юҡҡа сыға, беҙ оҙаҡ йылдар баш эйеп, уларға эйәреп һәм уларса йәшәргә маташҡан Европа илдәре хәҙер килеп беҙгә ҡаршы йоҙроҡ төйнәй, йөй эҙләй, башҡа һыймаған ғәйеп таға.
Әлбиттә, санкцияның сәйәсәт өлкәһенә ҡағылмайынса, иҡтисадҡа туҡталһаҡ, ғәйептең үҙебеҙҙә лә булыуын танымау мөмкин түгел. Шулай булмайынса, ниндәй ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа ат, һыйыр егеп эшкәртелгән ерҙәр ҡеүәтле техника заманында үгәйһетелеп, етемһерәп, ағас һәм ҡый үләндәре баҫып ята, колхоз-совхоздарҙың байлығы күҙ асып йомған арала әллә ҡайҙа осто ла бөттө. Һөҙөмтәлә халыҡты туйҙырыусы ауыл эшсәндәре эшһеҙ-ниһеҙ ауыҙ асып торҙо ла ҡалды. Аптырайһы ла түгел шул, дилбегә ҡулдарында саҡта беҙҙең чиновниктар элеккене тәнҡитләргә, кәмһетергә һәм үҙҙәренән себен осорорға ярата.
Ысынында иһә элеккеләр, хәҙерге депутаттар һәм чиновниктар кеүек, үҙҙәренә эш хаҡы һәм ниндәйҙер ташламалар алыу тураһында баш ватмаған, ә халыҡты ҡайғыртҡан. Хатта В.И. Лениндың үҙенә иғәнәлек кенә аҡса өҫтәүгә лә ҡаршы төшөүе, 800 һум эш хаҡы алған Л. И. Брежневтың үҙенән 50 һумға күберәк алған министр Ю. Чурбановтың эш хаҡын тикшертеүе кеүек миҫалдар етерлек бит, ә бөгөнгө чиновниктарҙың декларацияларына күҙ һалһаң, күбеһенең айлыҡ килеме миллионлап, ҡатындары ла уларҙан ҡалышмай. Бына шуларҙыҡын айына 3-5 мең һум алып эшләүсе ауылдыҡыларҙыҡына ҡушып бүлһәң, уртаса ҡолаҡҡа ятмаған эш хаҡы килә лә сыға инде.
Эшһеҙлек, дауаханаларҙың ябылыуы кеүек күренештәр бер ни тиклем тәүтормош община ҡоролошо дәүерен хәтерләтә. Мәғариф реформаһы нигеҙҙә ауыл мәктәптәрен юҡҡа сығарыуға йүнәлтелһә, әллә ниндәй өҫтөнлөклө программаларға таянған һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең ғәмәлдә ауылдарҙы бөтөрөүгә алып барғаны һәр кемгә асыҡ. Ә ауылдар бөтһә, аҙыҡ-түлек өлкәһендә кем санкцияға ҡаршы көрәшә алыр?
Бөгөн килеп Рәсәй ауыл хужалығы министры Николай Федоровтың, “Рәсәй аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә ала”, тип ышаныслы асыш яһауы үҙгәртеп ҡороуҙан һуңғы яңылыҡ булып яңғыраған һымаҡ. Европа беҙҙең өсөн өлгөгә әйләнеп, күптәр уларса ҡылана башланы: шулар тәҡдиме менән йәшәргә күнектек, телмәребеҙ ят һүҙҙәр менән сыбарланды, магазиндар сит илдәрҙең аҙыҡ-түлеге менән тулды, түрәләр үҙҙәре башлап иномаркаларға ултырҙы, милли валютабыҙҙы доллар алмаштырҙы, эш хаҡтары араһында ҙур айырма булһа ла, шуларға ҡарап әйберҙәргә хаҡтарҙы арттырырға тотондолар. Мәктәптәрҙә сит телдәргә иғтибар артты, ә ҡаланыҡыларҙа үҙебеҙҙең дәүләт телен уҡытыу әле тулыһынса хәл ителгән, тип әйтеп булмай. Ни өсөндөр сит телдәрҙе, әйтәйек, шул уҡ донъяны бутап ятҡан немец телен уҡытыуға бер ҙә ата-әсәләр ризалығы кәрәкмәй, ә үҙебеҙҙең милли телгә кәрәк. Бына һиңә мә! Ә инде баш ҡалабыҙға килгәндә, милли рух бөтөнләй һиҙелмәгәндәй, магазин исемдәренең ниндәй телдә һәм ни өсөн шулай яҙылыуын да аңламаҫһың.
Санкцияға ҡаршы санкция иғлан итеү бик отошло сара булды шикелле, тик бер тотонғас, ҡатыраҡ аҙымдар кәрәк ине, кем менән шаярғандарын белһендәр. Иртәгәме-һуңмы, мәсхәрәгә ҡалған ауыл хужалығын элекке хәленә ҡайтарырға тура киләсәк. Элек бит үҙебеҙ сит илдәргә күпләп һата инек, бөгөн килеп, үҙебеҙҙе үҙебеҙҙекеләр төп башына ултыртҡан хатаны оноторға ярамай. Шулай уҡ Өфө урамдарындағы мәғәнәһеҙ, теләһә ниндәй ят, сит телдәге атамаларҙы алмаштырыу мотлаҡ, был сара милләтебеҙгә абруй ҙа өҫтәр.
Санкция булғас, санкция булһын: халыҡ байлығын урлап, сереп байыған олигархтарҙы ла, коррупционерҙарҙы ла, ришүәтселәрҙе лә ауыҙлыҡларға ваҡыт. Халыҡтыҡы халыҡҡа булырға тейеш тигән хәҡиҡәтте лә тура мәғәнәһендә ҡулланырға кәрәк. Уларҙың эш хаҡын да ҡыҫҡартҡанда, күп һөйләргә күнеккән депутаттыҡын да ике-өс мәртәбә кәметкәндә, бәлки, улары ла һайлаусыларын иҫенә төшөрөр ине. Ҡыҫҡаһы, ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйырға, артҡанын осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡҡа бүлергә һәм миллион һумлап урлағандарҙың мөлкәтен тулыһынса конфискацияларға ваҡыт етте.