Башҡортостанда “Рәсәй балалары” ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 25 сентябргә тиклем дауам итә. Сараның маҡсаты — бәлиғ булмағандар араһында наркотиктарҙың һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлау, иҫкәртеү, уларға юл ҡуймау.
Бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр араһында психотроп матдәләр ҡулланыу кимәле бик юғары. Бындай юлға баҫҡандар араһында уҡыусылар 53,4 процент тәшкил итә. Ошондай үҫмерҙәрҙе асыҡлау йәһәтенән хоҡуҡ һаҡлау органдары, бәлиғ булмағандарҙың эше буйынса комиссиялар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Операция барышында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төрлө саралар, атап әйткәндә, дөйөм белем биреү, һауыҡтырыу ойошмаларында, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа аңлатыу эше алып бара, наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡулланғандарҙы асыҡлау буйынса медицина тикшереүе ойоштора.