Билдәле яҙыусы, драматург Азат Абдуллинға юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
1970 йылдарҙа “Ун өсөнсө председатель” драмаһы Азат Абдуллинға ҙур танылыу алып килде. Совет осоронда колхоз тормошондағы тәрән ҡаршылыҡтар яҡтыртылған пьеса Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйылды. Төп ролде Василий Лановой башҡарҙы. Артабан ул илебеҙҙең йөҙҙән ашыу театры сәхнәһендә, шулай уҡ Болгарияла, Чехословакия, Румыния, АҠШ-та уңышлы барҙы. 1985 йылда автор ошо драманың “Һуңғы патриарх” тип аталған дауамын яҙҙы. 2004 йылда Роман Виктюктың театрында Азат Абдуллиндың Рудольф Нуриевҡа арналған “Сит яҡтағы баҡса” пьесаһы буйынса спектакль ҡуйылды.
Пьесаларҙан тыш Азат Абдуллиндың байтаҡ публицистик очерктары, повестары донъя күрҙе.
***
Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең танылған музыканты Владимир Спиваковҡа “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мәскәү халыҡ-ара музыка йорто президенты, Милли филармония һәм “Мәскәү виртуоздары” дәүләт оркестрҙарының художество етәксеһе, баш дирижеры бындай наградаға күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.