Өфө ҡунаҡтарҙы көтә17.09.2014
Рәсәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек эстафетаһын ҡабул итте. Ошо көндәрҙә Интернеттағы www.sco-russia.ru сайтында Президент Владимир Путиндың мөрәжәғәте баҫылып сыҡты.


“Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт элек Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан Евразия киңлегендә тыныслыҡты, хәүефһеҙлекте һәм тотороҡ­лолоҡто тәьмин итеү өсөн тырышлыҡты берләштерергә килеште. Ошо ваҡыт эсендә ҡабул ителгән ҡарарҙың дө­­рөҫ­лөгөнә күп тапҡыр инандыҡ, — тине дәүләт башлығы. – Ойошманың халыҡ-ара абруйы артҡандан-арта. Афғанстан, Һиндостан, Иран, Монголия, Пакистан кеүек күҙәтеүсе дәүләттәр, шулай уҡ кәңәшләшеүсе партнерҙар — Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка уның эшмәкәрлегенә тос өлөш индерә”.
ШОС-тың Евразия иҡтисади союзы менән хеҙмәттәш­леген яйға һалыуға Мәскәү ҙур әһәмиәт бирә. Дәүләт башлығының фекеренсә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы форумы һәм Йәштәр советы мөмкинлектәрен дә файҙаланып, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, туризм өлкәһендәге бәйләнештәрҙе лә үҫтереү мөһим.
Рәсәй рәйеслеге мәлендә 100-ҙән ашыу сара уҙғарыу күҙаллана. Икенсе донъя һуғышында еңеүҙең 70 йыллығын берлектә байрам итеү улар араһында айырым урын биләй. Киләһе йылдың 9-10 июлендә Өфөлә ШОС дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышы йомғаҡлау ваҡиғаһы буласаҡ.
Был турала мәғлүмәт Рәсәй рәйеслеге сайтында ентеклерәк бирелгән.



Вернуться назад