Яңылыҡтар23.11.2011
Сауҙа – тотороҡло

Башҡортостанда ағымдағы йылдың ун айында бүлеп һатылған тауарҙар әйләнеше 454 миллиард һум тәшкил иткән (былтырғы күрһәткестән 5,1 процентҡа күберәк).
Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары яҡынса бер үк суммаға – 227-шәр миллиард һумлыҡ һатылған.
Белгестәр әйтеүенсә, республикала тауар запастары күләме тотороҡло, улар 53 — 55 көн сауҙа итеүгә етә.

Әүҙем йәштәр берләште

Өфөлә Балалар һәм йәштәр хәрәкәттәренең кадрҙар форумы үтте. Сараны Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған.
Ике йөҙҙән ашыу делегат "Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади системаһында йәштәр сәйәсәте" темаһына ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла, команда төҙөү һәм проекттар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары проблемалары хаҡында фекер алышты. Ораторлыҡ сәнғәте, һөйләшеүҙәр алып барыу, ойошмаларҙы интернет киңлегенә сығарыу, волонтерҙар менән эшләү кеүек мәсьәләләр буйынса уҡытыу программаһы ойошторолдо.

Мари театрҙары осрашты

Мишкә районының Оло Сухояз ауылында ҙур байрам үтте. Унда ике өлгөлө коллектив – "Эрви" район театры (етәксеһе – Мария Николаева) менән Мари Иле Республикаһы Моркин районы театры (етәксеһе – Нина Якушева) сығыш яһаны.
Артистар фольклор сәнғәте өлгөһөн күрһәтеп кенә ҡалманы, ә коллективтарының ойошторолоу тарихы, ҡаҙаныштары хаҡында ла бәйән итте. Мари-Эл ҡунаҡтары Башҡортостандағы хеҙмәттәштәренең оҫталығын юғары баһаланы һәм киләсәктә лә ошондай фәһемле, рухиәтте байытыусы осрашыуҙар үткәрергә вәғәҙәләште.

Дуҫыңа ышанһаң...

Салауат районы прокуратураһы судҡа ғәҙәти булмаған енәйәт эшен ебәргән.
2006 йылда Салауат районында йәшәүсе кеше яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторған. Ул үҙенең һәм предприятиеның документтарын Силәбе өлкәһендә йәшәүсе дуҫына һаҡлауға биргән, тик, оҙаҡ та тормай, вафат булған. "Дуҫы" был аяныслы хәлгә оҙаҡ ҡайғырмаған, киреһенсә, мәрхүмдең паспортына үҙ фотоһын ҡуйып, банкка мөрәжәғәт иткән һәм өс миллион һум кредит алған. Хаяһыҙ әҙәмдең эҙенә һалым енәйәттәрен тикшереүселәр сыҡҡан. Әлегә ул суд ҡарарын көтә.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне. "Башинформ" агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.


Вернуться назад