Иглиндан 48 ғаиләгә яңы фатир асҡысын тапшырыу тантанаһы ойошторолдо.
Йәш Пановтар ғаиләһе ошо көндәрҙә өй туйланы. Әлмира һәм Виктор өс балаһы менән әлегә тиклем барак рәүешендәге йортта көн күрә ине. Бәхетле ғаилә фатирҙы Башҡортостандың Авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһына ярашлы алды. Әлеге күп фатирлы йортто сафҡа индереү — райондағы ошо юҫыҡтағы эштең тәүге өлөшө.
Хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусин, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров һәм башҡалар өй туйлаусыларҙы ихлас ҡотланы.
Яңы биҫтә “Дуҫлыҡ” тигән атаманы йөрөтә.