Мәсьәлә хәл ителә17.09.2014
Гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар: 2013-2014 йылғы уйын миҙгелендә “Урал” волейбол клубына финанс йәһәттән еңел булманы. Айырыуса быйыл йәй уйынсыларға һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү буйынса байтаҡ бурыс йыйылып киткәйне.


Һөҙөмтәлә клуб етәкселеге, Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенә ярашлы, Башҡортостандың арбитраж судына ойошманы банкрот итеү тураһында ғариза бирҙе. Бөгөн иһә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән мәсьәлә ыңған йүнәлеш алды — клубта үҙгәртеп ҡороу башланды, бурыстарҙы ҡаплауға һәм артабанғы эшмәкәрлеккә аҡса күсерелде.
“Урал”, “Уфимочка” һәм “Урал бөркөттәре” команда­лары­ның яңы уйын миҙгеле берләшкән клуб составында дауам итәсәк.


Вернуться назад