2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлау үткәрелде.
Тауыш биреү тамамланған мәлгә һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һаны – 3027300.
Һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны – 2267077.
Кандидаттарҙың һәр береһе алған тауыштар һаны:
1. Бикбаев Илдар Зинур улы – 59475 (2,62 %),
2. Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы – 229452 (10,13 %),
3. Сухарев Иван Константинович – 109040 (4,81 %),
4. Хәмитов Рөстәм Зәки улы – 1851625 (81,71 %).
Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Рөстәм Зәки улы Хәмитов һайланды. Ул 1954 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында йәшәй; Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы; “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелгән.