Йәкшәмбелә Рәсәйҙең 80 төбәгендә һайлау үтһә, утыҙҙан ашыуында субъект етәкселәре һайланды. Федераль телеканал эфирындағы әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Сығышында ул республикала һайлауҙың тыныс шарттарҙа уҙыуын, халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте.
– Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, ниндәйҙер закон боҙоуҙар йә башҡа етешһеҙлектәр тураһында шылтыратыуҙар булмаған. Башҡортостанда, йола буйынса, халыҡ һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Минең өсөн 14 сентябрь ғәҙәти эш көнө булды. Райондарҙың береһендә ураҡ барышы менән таныштым һәм тауыш бирҙем. Балалар шифаханаһын төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл иттек, – тип һөйләне Рөстәм Зәки улы.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе КПРФ, ЛДПР, “Рәсәй патриоттары” партиялары һәм Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында эшлекле аралашыу барғанын билдәләне.
– Беҙ низағтың һәр яҡ өсөн дә зыянлы икәнен аңлап эш иттек һәм бындай киҫкен хәлдәр өсөн ерлек тыуҙырмаҫҡа тырыштыҡ, – тине ул, тура эфир барышында хәбәрсенең һорауына яуап биреп.
Артабан республика етәксеһе Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә туҡталды, ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү, уларға әҙерлек барышы, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан илдәре менән бәйләнештәрҙе байҡаны.