“Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ”17.09.2014
Бик һағынғас тыуған ауылымды,
Ҡайтыр яҡҡа тағы юл алдым.
Күңелемдәге ярһыу хистәремдең
Өйөрмәһе менән сорналдым.


(Т. Сәйфуллина, “Бик һағынғас”).

Йәйҙең иң матур көндәрендә ауылыңа — кендек киҫелгән, тәүгә тәпәй баҫҡан ергә ҡайтыу һәр кемдең һүнмәҫ теләгелер ул. Йәш саҡта донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, ҡәрҙәштәр, ҡорҙаштар менән осрашыу йыш ҡына хыялда ҡала. Әммә йылдар үтеү менән тыуған яҡтың һәр мөйөшө һағындыра, яҡташтар, ауылдаштар ифрат яҡыная, хатта үҙ йылғаңда баҡылдаған тәлмәрйен тауышы ла танһыҡ тойола. Ә ҡоштар һайрауы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Һағыныу хистәремде бер аҙ булһа ла баҫыу ниәтендә мин дә ауылыма юл алдым. Сәфәр сығырҙы белгәндәй, ямғыр ҙа тымды, көн аяҙып китте.


Бәндәбикә илендә — Мәҡсүт ауылында

Элегерәк бер урамдан ғына торған Мәҡсүт (Ҡойо) ауылы бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Яңы йорттарҙан ғына ла әллә нисә урам барлыҡҡа килгән. Күп милләтле Мәҡсүттә татыу, тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Күгәрсен районы колхоздарын бер совхоз итеп берләштергәс, уның үҙәге ошонда ойошторолғайны. Төрлө яҡтан халыҡ күп күсеп килде.
Мәҡсүткә мин атайым яғынан дүртенсе быуын ҡустыма — Ирек Мәжитовҡа ҡайтам. Был юлы ла уларға кисләтеп кенә килеп төштөм. Яҡты йөҙ, йылы аш менән ихлас ҡаршы алдылар.
Ирек әрме хеҙмәтен намыҫлы үтәп ҡайтты ла ауылда төпләнде. Илле йылға яҡын көндө төнгә ялғап механизатор булып эшләне. Ул — һуғыштан алда Мәскәүҙәге ФЗО мәктәбенә китеп, дошман яуын шунда ҡаршы алған, баш ҡалаға немец фашистарын индермәү өсөн окоп ҡаҙып, өй ҡыйыҡтарына төшкән фугас бомбаларын һүндереүҙә ҡатнашып йөрөгән Миңлебикә Мәжитованың улы. Һуғыш бөткәс, апайыбыҙ ҙа ауылына ҡайтып, ғүмер буйы МТС-та токарь булды, эскерһеҙ хеҙмәте өсөн ваҡытында Почет таҡтаһынан төшмәне. Улы Иректе лә эшһөйәр, намыҫлы кеше итеп үҫтерҙе. Миңлебикә апай ҙа, Ирек тә дан артынан ҡыуманы, аҡса ҡолона әйләнеп, байлыҡҡа иҫе китмәне. Апай күптән вафат, әммә уның кешелек сифаттары балаларында һаҡлана.
Ирек хаҡлы ялда. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмай, һаман эш өҫтөндә. Барына шөкөр ҡылып, бынамын тигән итеп йәшәп ята.
Мәҡсүт ауылына — Бәндәбикә иленә килгәс, Әүлиә кәшәнәһенең бөгөнгө яҙмышы тура­һында ла ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым. Бәндәбикә инәйҙең кәшәнәһен тергеҙеү һәм кәүҙәһенең һөлдәһен алып ҡайтып яңынан ерләү мәсьәләһе менән 25 йыл (атайым вафат булғас) инде шөғөлләнәм. Йөрөй торғас, ниһа­йәт, кәшәнә күтәрелде, әммә инәйҙең һөлдәһен эҙләүгә уны 47 йыл элек тикшереүгә алып киткән кешеләр битараф. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына ла хат яҙылды, әммә эш һаман бер урында тора.

Апалы-һеңлеле ағинәйҙәр

Фәриҙә апай Өмөтбаева — ауылдың ағинәйе. Ғүмер буйы балаларға башланғыс белем биреп, уларҙы милли рухта тәрбиәләүгә күп көс һалған уҡытыусы. Бөгөн дә респуб­ликаның, ауылдың киләсәге өсөн янып йәшәгән тынғыһыҙ кеше. Замандың ни тиклем ҡат­марлы, кешелекһеҙ булыуына әсенә. Башҡорт баҫмаларының тиражы кәмеүенә лә көйә. ”Мин оло йәштә булһам да, ете дана гәзит-журнал алдырам. Матбуғатһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа икмәкһеҙ ултырһаҡ-ултырҙыҡ, ләкин баҫма­ларға яҙылмай ҡалманыҡ”, — ти ул.
Һеңлеһе Мәврүрә лә — мәғариф ал­дынғыһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Хаҡлы ялда булһа ла, белем биреү тармағына әле лә битараф түгел.
— Беҙҙе талапсан, үҙ эшен яратҡан, төплө белемле уҡытыусылар уҡытты, — ти Мәврүрә Әбдрәхимова. — Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа дәреслектәр ҙә йүнләп булманы, әммә остаздарыбыҙ йүнен табыр ине. Ете класс белемем институтта уҡығанда ла ярҙам итте. Буласаҡ һөнәремде һис бер икеләнеүһеҙ һайланым. Тәү сиратта уҡытыусыларыма оҡ­шау, улар кеүек тырыш, аҡыллы булыу теләге сәбәпселер, күрәһең. Яҙмышыма үкенмәйем. Ғүмер буйы остаздарымдың исеменә тап төшөрмәй йәшәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа белем биреүҙең сифаты төштө, уҡытыусы исеменең абруйы кәмене. Шуға йөрәк әрней.

Һағындырған да, һыҙландырған да
тыуған ер...


Туйөмбәт. Тыуған ауылым. Зәйнәб апайым­дың музей көмбәҙе ҡояшҡа ялтырап ултыра. Ауыл ҡапҡаһы һәр ваҡыттағыса асыҡ. Уң яҡтағы баҡсала – һуғыш яланында ятып ҡалған ауылдаштарыма ҡуйылған һәйкәл.
...Әйтерһең дә, йәмле Эйек буйы
Көтөп тора мине һағынып.
Тыуған яғым моңло йырҙай булып,
Әйҙәп тора үҙенә саҡырып.
(Т. Сәйфуллина, “Бик һағынғас”).
Зәйнәб апайымдың музей алдындағы һыны йылмайып ҡаршы алғандай. Музей мөдире Зәбирә Кәримова менән ауылдың әүҙемсеһе Фир­ҙәүес Азаматова ла унда.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында “килә­сәк­һеҙ ауыл” исемлегенә индерелгән Туйөмбәт һаман йәшәй. Юҡҡа сығыуҙан алып ҡалыу өсөн күп көс һалынды шул. Ә мәшһүр яҙыусы Зәй­нәб Биишеваның музейын булдырыу төйәгем яҙмышында хәл иткес роль уйнаны. Әммә ­ауы­лымдың бөгөнгөһө уйланырға, хәүеф­лә­нергә мәжбүр итә.
Эш юҡлыҡтан ир-егеттәр ситкә китә. Һөҙөмтәлә балалар һаны кәмей. Быйылғы уҡыу йылында тағы дүрт бала документын алған. Ауыл етәкселегенә ошо мәсьәләне төптән уйлап, йәш ғаиләләргә эш урындары булдырыу сараһын күреү кәрәк тә һуң...
Ҡайһы бер етәкселәргә үҙ мәнфәғәтен генә түгел, тотош ил ихтыяжын ҡайғыртыу етешмәй, минеңсә. Мәҫәлән, Күгәрсен районы етәксе­леге, “ҡыҫҡартыу”ға эләккән уҡытыусыларға эш урындары булдырыу маҡсатында, Үрге Һаҙ ауылы мәктәбенең буш класс бүлмәләрендә билмән цехы асып ебәргән. Хәҙер остаздар райондаштарын билмән менән һыйлай. Был халыҡты эш менән дә, аш менән дә тәьмин итеү сараһы түгелме ни? Беҙҙең ауылда ла хеҙмәт урындары булдырыу хәстәрен күреп, һис юғында, мәктәпте һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тотоп, ниҙер эшләргә мөмкиндер, тип уйлайым.
Иң мөһиме — халыҡ менән кәңәштә булыу. Бындай ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын үҙ белдегең менән эш итеү мөмкин түгел, сөнки һинең артыңда ер пайҙарын ышанып тапшыр­ған ауылдаштарың тора. Тимәк, ауыл етәк­селеге халыҡ яҙмышы өсөн яуаплы. Ва­ҡы­тында биләмәне һаҡлап алып ҡалыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған республика етәкселегенең һәм айырым ауылдаштарҙың ифрат ҙур ролен оноторға ярамай. Уларҙы һанға һуҡмаҫҡа берәүҙең дә хаҡы юҡ. Әгәр бөгөн ауылдың етәксеһе үҙенең илен һаҡлау, уны артабан үҫтереү хәстәрен күрмәй икән, ауылдаштар ғәфү итерме? Уйланырға, етди саралар күрергә ваҡыт. Юғиһә күп ауырлыҡтар менән яулап алынған эш селпәрәмә киләсәк, ауыл юҡҡа сығасаҡ.

Тракторсы Гөлъямал

Һуғыш ваҡытында тракторсы булып эшләгән Гөлъямал апай тураһында “Башҡортостан” гәзитендә мәҡәләм донъя күргәйне инде. Ул бөгөн дә иҫән-һау, тик сәләмәтлеге ҡаҡшаған, ике таяҡҡа таянып ҡына йөрөй. “Тракторсы Гөлъямал тип яҙғайның, әле “бездельник Гөлъямал” тип яҙ инде, һылыу”, — тип көлә 87-һен ваҡлаған ауылдашым. Янында Эльвира ҡыҙы — ярҙамсыһы ла, серҙәше лә.
Ауыл хакимиәте башлығы Рәйес Хәким улы Ҡунаҡбаев менән дә осраштым. Ләкин ғаилә хәлдәре арҡаһында етди проблемалар тура­һында әңгәмәләшеү форсаты теймәне. Мәсьә­лә асыҡ килеш ҡалды.

Нәҫел ебе өҙөлмәһен

Ришат – революциянан һуң яңы тормош ҡороуҙа әүҙем ҡатнашып, һуңынан да ил мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән Мостафа, Ибраһим Азаматовтар нәҫеленән. Ауыл яҙ­мышы өсөн янып йөрөгән егеттәрҙең береһе. Бөгөн күптәргә билдәле профессор Дамир Азаматов менән спортсы Марат Азаматовтың ҡустыһы.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ла ауыл хужалығын үҫтереү өсөн тырышып йөрөгәйне. Әммә эш вазифа бүлешеүгә киткәс, ул үҙ фирмаһын асып, ер эшенә, ағас-таш эшкәртеү кәсебенә тотондо. Өс улы ла – Фаил, Фаяз, Зөлфир – әрме бурысын үтәп ҡайтҡас, бер-бер артлы өйләнгән. Атай кеше иһә һәр ҡайһыһына өй һалып, башҡа сығарған. Бөгөн, ауылды тулыландырып, дүрт ғаилә булып йәшәйҙәр. Ри­шаттың улдары ла үҙе кеүек илһөйәр, эш­һөйәр. Ауылдашым, хаҡлы ялда булһа ла, эшен ташламаған. Улдарына – терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә алыштырғыһыҙ олатай ул.
...Ауылым яҙмышы хафаға һала. Хужалыҡта мал һаны йылдан-йыл кәмей. Эшһеҙлек. Йәштәр юҡ иҫәбендә. Былай барһа, бер нисә йылдан әллә күпме күренекле шәхес үҫтергән Туйөмбәттең артабан йәшәйәсәге икеле.
Шулай ҙа “өмөтһөҙ — шайтан” тигәндәй, тыуған яғымдың яңынан күтәрелеренә, уны һаҡлаусылар табылырына ышаныс менән Өфөгә әйләнеп ҡайттым. Мостай Кәрим бер шиғы­рында әйтмешләй, “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ”.


Вернуться назад