Сусаҡтау... Ғәжәйеп матурлығы, мөһабәтлеге һәм серлелеге менән әллә күпме кешене арбай ул. “Башҡортостандың йөҙ матур урыны” китабына индерелгән был үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырып, йылдың барлыҡ миҙгелендә лә туристарҙы үҙенә тарта.
Тау башынан (уның бейеклеге 500 метрҙан ашыу) бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Сусаҡтау осло түбәһенә күтәрелгән һәр кемде иҫ киткес гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Тыуған яҡты өйрәнеү, тарих һәм археология менән мауыҡҡан кешеләр араһында был урын ҙур ҡыҙыҡһыныу, бәхәс, фараздар ҙа тыуҙыра. Ә яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәгәндәр тауҙың мөғжизәле көсөнә ышана. Күптәр өсөн ул – барлыҡ теләктәр ҡабул булған изге ер, шуға күрә лә ҡайһы берәүҙәр уны Теләктәр тауы тип йөрөтә. Борон замандарҙа Сусаҡтауҙа башҡорттар йыйын йыйған, сәсәндәр, ырыу аҡһаҡалдары майҙан тотҡан, тап ошонда мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән.
Хәҙер элекке матур йолалар тергеҙелә. Осло тау башынан йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә кеше өҙөлмәй. Берәүҙәр – көс, икенселәр илһам алырға, өсөнсөләр Дим буйының гүзәллегенә һоҡланырға, иҫ киткес матур тәбиғәт күренештәрен һүрәткә һәм фотоға төшөрөргә килә унда.
– 21 июндән 22-һенә ҡараған, йәғни йылдың иң ҡыҫҡа төнөндә, Ер шары буйлап йөҙҙәрсә мең кеше изге урындарға ашыға, – ти яҡташыбыҙ Миңзәлә Фазлетдинова. (Әйткәндәй, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы – хажиә, ул Сурай ауылында тыуып үҫкән, ире Ҡәдүрий хажи әфәнде менән хәйриә эше алып баралар, мәсеттәр төҙөргә ярҙам итәләр, шул иҫәптән тыуған ауылдарында ла улар ярҙамында иман йорто һалынды). – Миңә лә бер нисә тапҡыр йәй көнө Арҡайымда, Һиндостанда, Ғәрәфәт, Торатау һәм Ирәмәл тауҙарында таң ҡаршыларға тура килде. Үҙебеҙҙә лә изге урындар барлығы һөйөндәрә. Хәҙерге заманда кешеләргә иман кәрәк. Ана бит Украинала ниндәй сыуалыштар бара... Хоҙай шундай ҡайғы-хәсрәт күрһәтмәһен! Үҙебеҙҙең тәбиғәт балаһы икәнлекте онотмаҫҡа, ҡулдарыбыҙҙы күккә, ҡояшҡа һоноп, тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтергә, тыныслыҡ, һаулыҡ һәм изге ғәмәлдәр теләргә кәрәк.
Абруйлы яҡташыбыҙҙың һүҙҙәрен Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы йәштәре күтәреп алды. Ҡояш сығыуын Сусаҡтау башында ҡаршы алды улар, ә Сурай ауылының “Ағинәй” мәсете имам-хатибы Жәүит Ризуанов аҙан әйтте. Моңло аҙан тауышы иртәнге ысыҡ тамсылары менән бергә тирә-яҡҡа һибелде. Ошо ғәжәйеп иртәлә тауҙарға күтәрелгәндәр теүәл бер йылдан һуң Сусаҡтау башында тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышты.
Теләктәр ҡабул булһын!