Тамуҡ ишеге асыҡ28.01.2012
1971 йылда геологтар Төркмәнстан ҡомлоҡтарының береһендә газ скважинаһы ҡаҙыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ер аҫтындағы бушлыҡҡа юлыҡҡан.
Һөҙөмтәлә ҡоролмалар, эшселәре менән бергә, ҡапыл хасил булған соҡорға ҡолаған. Соҡорҙоң да ниндәйе бит әле: диаметры – 60, тәрәнлеге – 20 метр! Әммә хәл-ваҡиға бының менән генә тамамланмай. Убылған ер тишегенән тәбиғи газ сыға башлаған. Тирә-йүнде насар еҫ менән ағыуламаҫ өсөн эшселәр уны тиҙ генә яндырырға ниәтләгән... һәм соҡор төбөнә ут ташлаған. Ер аҫтында газ запасының ҙур икәнлеген генә иҫәпкә алмағандар шул: бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу бушлыҡ яна ла яна, миллиардлаған кубометр тәбиғи яғыулыҡ әрәм була. Әммә уны туҡтатырлыҡ әмәл юҡ. Кешеләр был урынды "Тамуҡ ишеге" тип атай.