“Бизнес”ҡа ауыҙлыҡ кәрәк17.09.2014
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында, Рәсәй халҡын баҙар иҡтисадына күсергә өгөтләгәндә, төрлө кимәлдәге сәйәсмәндәр, чиновниктар, публицистар, ғалимдар уның социализмға ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк булыуы тураһында һеләгәйҙәрен ағыҙып һөйләне. Баҙар кешегә кәрәккән тауарҙы ғына етештерә, тип ышандырҙылар. Ысынлап та, дефицит шарттарында көн иткән Совет халҡы өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытта кәштәләрҙең тулыланыуы мөғжизәгә тиң ине. Баҙарҙың икенсе өҫтөнлөгө лә ылыҡтырҙы — ресурстарҙы сифатлы һәм тиҙ арала ҡулланыу. Уйлап ҡараһаң, быныһы ла дөрөҫ кеүек тойолдо – туҙып ятҡан тимер-томор, буш шешә-мешә, макулатура тауарға әйләнеп, донъя таҙарып ҡалды. Тирә-яҡты тултырған плас­тик сүп-сарҙы ғына баҙар иҡтисадына япһарғандар юҡ шикелле – “ғәйеп” техник прогреста.

Әммә күҙәтеүҙәр был дәлилде шик аҫтына ҡуя. Республика­быҙҙың баш ҡалаһы Өфөнө генә алып ҡарайыҡ. Һуңғы йылдарҙа ул ҙур төҙөлөш майҙанын хәтер­ләтә: бер өлөшөндә айҙан артыҡ булмай торһаң, аҙаҡ танымаҫ­һың да. Тиҙ арала яңынан-яңы биналар ҡалҡып сыға. Күп ҡатлы йорттар эргәһенән үткәндә, өр-яңы ишек-тәҙрәләр, ванна-унитаздар өйөлгәнен күрергә мөм­­кин – хужалар төҙөүселәр ҡуйғанды үҙһен­мәй, күрәһең. Ике меңенсе йыл­дар башында иҫкеләрен ҡай­ҙалыр алып китә торғай­нылар, хәҙер уныһы ла туҡтап ҡалды. Ауылдағы, да­чалағы ихтыяж ҡап­ланды, буғай. Ошо ишек-тәҙ­рә­ләргә киткән материалды иҫәпләп ҡараһаң (уның хаҡы фатир ха­ҡына ингән бит), хайран ҡалыр­лыҡ сумма барлыҡҡа килә.
Беҙ йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында һуңғы 10 йылда нисә ге­нә магазин асылманы – уларҙың йүнәлеше балалар өсөн та­уарҙар­ҙан алып ҡоралға тиклем үҙгәртелеп килде. Һәр яңы хужа магазинды үҙенсә матурлап маташты, әммә береһе лә то­то­роҡло эшләй алманы. Уларҙың быға киткән сығымдарын иҫәп­ләп ҡараһаң, баҙар иҡтиса­ды­ның өҫтөнлөгө юҡ кимәлдә.
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһен­дә урынлашҡан яңы йорттан фатир алғас, эргәләге газон өсөн тәғәйенләнгән ерҙең иркен булыуына ҡыуанғайным. Ҡомда урын­лашҡан биҫтәгә ауылдан тупраҡ ташыным, сәскә үҫтереү өсөн “Альп тауы” яһаным, ағастар үҫте­рергә хыялландым. Башта­раҡ ярҙамлашырлыҡ күршелә­рем булмауына аптырағайным – хә­йер, был эште үҙем дә дәрт­ләнеп башҡарҙым. Ләкин берен­се йылда уҡ ултыртҡан үҫен­телә­ремде газон сабыусылар ҡырып китте. Уларға бә­пембә үҫмәһен тигән бойороҡто үтәү мөһим ине. ЖЭК етәксеһе киләсәктә үҫен­теләрҙе билдә­ләп, таяҡсалар ултыртырға кә­ңәш бирҙе. Әммә таҙалыҡ өсөн яуап биргән урам һепереүсе был “сүп-сарҙы” йәнә алып ташланы. Урал тауҙарынан алып килгән таштарымдан да елдәр иҫте. Ярай, минең был “үҙешмәкәр­легем” кемдеңдер планына яра­мағандыр, әммә балалар полик­линикаһы ҡаршы­һын­дағы шыршыларҙы яҙғыһын, ҡар өйөм­дәрен ышыртҡанда, трак­тор­ҙың бысағы менән киҫеп алып киткәндәрен күреп, фотоға төшөрөп, прокуратураға ебәр­ҙем. “Йәшел прокурор” килеп тикшереп китте, ләкин теге шыршылар кире үҫмәне. Ҡом өҫтөндәге сәс­кәләргә һыу һибеп торорға кәрәк, тик беренсе ҡат­тағы краны булған бүлмәнең ишегенә йоҙаҡ элеп ҡуйҙылар. Эргәлә генә Өфө (Ҡариҙел) ағып ята, Ҡашҡаҙанда ла һыу етерлек, әммә ултыр­тылған сәскәләр, ағастар мандый алмай, ҡороп, кибеп бөтә. Ә газон сабыусылар ни сәбәптәндер сәс­кә­ләрҙе күр­мәй. Ошо миҫалдарҙа мин генә буш эшләгән булып сыҡтым, ә башҡаларҙың һәр ҡай­һыһы хеҙ­мәте өсөн аҡса ала, башлыса халыҡтың торлаҡ-коммуналь түләүҙәре иҫәбенә. Ти­мәк, улар башҡарған эш ни тик­лем күп булһа, тарифтарҙы арттырыуға “иҡтисади нигеҙ” ҙә ныҡлыраҡ.
Ни эшләйһең инде, баҙар шарт­­тарында һәр кем аҡса эш­ләргә тырыша. Кеше усында ҡул йылытып, кеше кеҫәһен ҡап­шау­сылар бигерәк ишәйҙе. Газ, һыу, электр иҫәпләү приборҙа­рын да даими алмаштырып торған фирмалар ике-өс тапҡыр­ға артыҡ хаҡ һорай, ә торлаҡ-коммуналь ида­ра­­лыҡ­тары әллә ни ашыҡмай, ваҡыты килеп еткәс, юғары тариф йәки күберәк норма менән аҡса һуғырға әҙер.
Ошоғаса дәүләт ҡарамағында һаналған техосмотрҙы ла хәҙер махсус фирмалар ҡулына күсер­ҙеләр. Өфөгә ҡунаҡҡа килгән ауыл кешеһе эвакуация хеҙмә­тенең “сослоғона” аптырай. “Эва­куа­торҙарҙың “хужаһы” бе­рәй ЮХХДИ хеҙмәткәре түгелме икән?” тигән шик тә тыуып ҡуя хатта.
Хәҙер Берҙәм дәүләт имтиханын да йыл дауамында бер нисә тапҡыр тапшырырға рөхсәт итте­ләр. Быны ла аҡса һуғыу өсөн индерҙеләр, буғай. Рәсәйҙә водитель танытмаһына уҡыуҙы күптән бизнесҡа әйләндереп алдылар. Әле тағы хаҡтарҙы күтәр­мәксе­ләр. Тәүге имтиханға 6500 һум түләргә тейешһең, тапшыра алмайһың икән, ставка арта ғына. Йылына яҡынса 2,2 миллион дәғүәсе 10 миллион тапҡыр имтихан биреп ҡарай (һәр ҡайһыһы уртаса дүрт тапҡыр), тимәк, бер барыуың 1-4,5 мең һумға баҫа. Ҡалала йыл һайын урам киңәй­тәләр, торбалар алмаштыралар, асфальт түшәйҙәр. Иғтибарлы кеше бында ла фир­маларҙың бөтә эше бюджет аҡсаһын күберәк үҙләштереүгә йүнәлте­л­гәнен күҙәтә ала. Шуға тарифтар­ҙың йылдан-йыл артыуына ап­ты­рарға кәрәкмәйҙер.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев “перестаньте кошмарить бизнес” тип әйтә килде. Хәҙер “халыҡ иҫәбенә малғыуар булмағыҙ” тиергә кеше кәрәк.


Вернуться назад