Һалҡындар башланғансы17.09.2014
Һалҡындар башланғансы
Сентябрҙә бал ҡорттары ҡышҡа тамам әҙер була. Йәйге осорҙа йыйылған аҙыҡ за­пасын кәметмәү маҡсатында уларҙың осоуы ҡырҡа һирәгәйә. Кейәлә һаҡсы ҡорттар һаны арта, улар үҙ эшенә көнөн дә, төнөн дә иғтибарҙы кәметмәй.


Инә ҡорт йомортҡа һалыуҙан туҡтай. Шарт­тарҙың үҙгәреүенә ҡарап, был осор айҙың төр­лө ваҡытына тура килеүе ихтимал. Быйылғы йәш инәләр ҡарттары менән сағыштырғанда аҙна-ун көнгә йомортҡаны оҙағыраҡ һала. Әгәр умарталыҡ тирәһендә бер аҙ һут бүлеүсе һуңғы сәскәләр булһа, инә ҡорттоң әсәлек бурысын үтәүе, ә эшсе ҡорттарҙың бала тәрбиәләүе (уртаса айҙың беренсе яртыһында) дауам итә. Июлдә тыуып, ҡышлауға ҡалған оло бал ҡорттары яҙға саҡлы йәшәмәй, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа үлә.
Август һәм сентябрҙә тыуған үрсем генә яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалған күс йәй­геһенән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эш­се ҡорт 30 — 40 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡалғаны — 250—300 көн. Уларҙың бындай ғүмер оҙонлоғо бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән са­ғыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле, һимеҙерәк, тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ була.
Быны аңлаған умартасылар, күберәк йәш үрсем алыу маҡсатында, бал ҡорто ғаиләлә­рен емләүҙе был айҙа ла дауам итә. Шуны ла оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем кәмен­дә бер тапҡыр осош яһарға тейеш. Ҡыш ир­тә килеп, һуң тыуған бал ҡорттары осош яһай алмаһа, улар ҡышлай алмай, үлә. Башҡортостан шарттарында бал ҡорттарының һуңғы осошо уртаса 15 октябргә тура килә. Шуның өсөн инә ҡорттоң 10—15 сентябрҙә йомортҡа һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип ҡарар­ға кәрәк.
Ҡайһы бер умарталыҡтарҙа аҙыҡ запасын шәкәр шәрбәте иҫәбенә тулыландырырға тура килһә, был эште һуңламай башҡарырға кәрәк, сөнки ул бал ҡорто ғаи­ләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.
Был айҙа эшсе ҡорттар ояның уртаһында, кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күскә урын әҙерләй. Умартаға ел, һалҡын һауа инмәҫлек итеп, ке­йәне һәм ояның тирә-яғын елем менән һылай. Тыныс, ҡояшлы көндөң икенсе яртыһын­да йәш ҡорттарҙың тирә-яҡ менән танышыу һәм үҙләштерелмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтарынан таҙарыныу өсөн умарта тирәһендә күп­ләп осоуын күҙәтергә мөмкин. Был саҡта умартасылар һәр күсте ентек­ләп ҡарап сыға.
Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән ал­маштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап, рам­дар һанын кәметергә тура килә. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙалары менән алмаштыралар, умартаға сысҡан инмәһен өсөн кейәләргә сел­тәрле тимер япма ҡуялар. Бал ҡорто ғаилә­ләрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умарталарҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡа һаҡлау урын­дарына урынлаштыралар. Тәүҙә һәр рам бал ҡорто елеменән, һуңынан балауыҙ һәм ҡорт тиҙәге эҙҙәренән ентекләп таҙартыла. Таҙарт­ҡандан һуң, кәрәҙле рамдар төркөмдәргә бүле­нә: тулы һәм аҙ баллы рамдар, төп бал йы­йыу осоронда ҡулланылған, быйыл төҙөлгән сифатлы кәрәҙ һәм иретеп балауыҙ алырға тә­ғәйенләнгән сифатһыҙ кәрәҙҙәр үҙ урындары­на айырып ҡуйыла. Кәрәҙҙәр һандыҡтарҙа йәки умартала яҡшы һаҡлана.
Балауыҙ көйәһе булған умарталыҡтарҙа һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙе, бер-береһенә тейҙермәйенсә, ара ҡалдырып урынлаштырыу яҡшы. Был осраҡта балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡтары зарарланған кәрәҙҙән зарарланма­ғанына тиҙ генә күсә алмай. Балауыҙ ҡарыш­лауыҡтарын үлтереү маҡсатында, бал ҡорто баҙҙарында, кәрәҙ һаҡланған келәттәрҙә һәр кубометрға 120—150 грамм иҫәбенән көкөрт яндырыла. Көкөрт яндырғанда, уның газы умартасының сәләмәтлегенә зыянлы булыуын, янғын сығып китеү ихтималлығын да иҫтән сығарырға ярамай.
Кәрәҙле рамдарҙы таҙартып төркөмдәргә бүлеү, балауыҙ күбәләгенән, сысҡандарҙан һаҡлауҙы ойоштороу — бик мәшәҡәтле һәм кисектергеһеҙ эш. Ун ике рамды таҙартып һаҡлауға ҡуйырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт китһә, йөҙ күсе булған умарталыҡта был эш­кә аҙна-ун көн ваҡыт үтә.
Һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙең корпуста­рына, ҡайҙа ниндәй рамдар һаҡланыуын күр­һәтеп, аҡбур менән яҙып сыҡһаң, яҙғы һәм йәйге осорҙа кәрәкле рамдарҙы алып файҙаланыу умартасының эшен тиҙләтәсәк.

Быны белергә кәрәк

lУмарталыҡта һағыҙаҡҡа ҡаршы көрәшеү маҡсатында, шешәне яртыһынан шәрбәт һыуы менән тултырып, элеп ҡуйығыҙ. Уға бер аҙ бал да өҫтәһәгеҙ, һағыҙаҡ ти­ҙерәк табып, батып үлер.
lСентябрҙә умартала әре ҡорттарҙың йәшә­үе был күстә инә ҡорттоң булмауын аңлата.
lКеләттә һаҡланған рамдарҙа һитә күгәр­мәһен өсөн уға шәкәр оно һибегеҙ.
lЙылытҡыс мендәрҙе ҡышҡылыҡҡа оя өҫ­төндә ҡалдырған осраҡта сүстән, мамыҡтан яһалғандарын мүктән йәки күрәндән булғандары менән алыштырһаң, умартала һауа ал­машыныу яҡшыра.
lИртәнсәк йылы, ҡояшлы көндә бал ҡорт­тары һүлпән осһа, тиҙҙән ямғыр яуа­саҡ.
lКөндөҙ бал ҡорттары шаулап, күпләп умартаға кире ҡайтһа, тиҙҙән ямғыр яуыр.
lБолонда бал һутының аҙ булыуына ҡара­маҫтан, кис бал ҡорттары оҙаҡ һәм дәррәү осһа, иртәгеһен, һауа алмашыныу сәбәпле, улар күренмәйәсәк.
lТөп бал һуты йыйыу осоронда улар ярһып осһа, асыуланып ҡош-ҡортто, ке­шеләрҙе саҡһа, тиҙҙән һалҡын көндәр башланыр.
lУмартала ҡорт елеме күп тупланған йыл­да, бал ҡорттары уның менән кейәләрҙе ныҡ ҡаплаһа, ҡыш үтә һыуыҡ булыр.

(И. ШАФИҠОВТЫҢ “Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан).


Вернуться назад