Йәйләүҙең киләсәге өмөтлө17.09.2014
Һәр ауылдың үҙ тормошо, үҙ яҙмышы. Татарстан яғынан Башҡортостанға кергәс тә беренсе ауыл — Йәйләү. Шуға күрә ул тыуҙырған тәьҫорат ситтән килгән бөтә кешеләргә лә Башҡортостанды күҙ алдына баҫтыра.


Йәмле тәбиғәт ҡосағында, матур күл буйында урынлашҡан был ауылдың халҡы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Эргәһенән М-7 трассаһы үтә, ауылдың үҫешендә бының да йоғонтоһо ҙур. Иҫке өйҙәр һүтелеп, яңы йорттар күтәрелә. Ете йыл элек йәш ғаиләләр матур, заманса төҙөлгән йорттарҙан Ялан урамын барлыҡҡа килтергән. Һәр өй һыу менән тәьмин ителгән. 180 метр оҙонлоғонда зыярат ҡоймаһы алмаштырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Киске һәм иртәнге сәғәттәрҙә урамдар яҡтыртыла. Лампалар һәр даим ҡаралып, ремонтланып, алмаштырылып торола.
Ауыл үҫә, ҙурая, тимәк, уның киләсәге лә бар. Кешеләре лә элек-электән һәр нәмәгә маһир булған. Бөгөн бында үҙ төйәгенә ғашиҡ, бәхетен ауылда йәшәүҙә күргәндәр ғүмер кисерә.
Социаль учреждениелар эшмәкәрлегенә килгән­дә, балалар Исәмәт урта мәктәбендә уҡый, унда 117 уҡыусы белем ала. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан халыҡтың рухи байлығын арттырыуға, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, буш ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәреүгә йүнәлтелгән күп кенә саралар Исәмәт клубында уҙғарыла. Быйыл ауылда шишмәне төҙөкләндерҙеләр.
Исәмәт, Турасы, Йәйләү ауылдары араһында мал һимертеү комплексы урынлашҡан. Унда мең башҡа яҡын мал тотола. “Илеш-Агро” йәмғиәтенең “Сигнал” етештереү участкаһындағы алдынғы мал ҡараусылар Рәүфәл Ғимаев, Илмир Ғәлимәрҙәнов республика Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
— Шулай ҙа халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе — газ үткәреү. Шәхси йорттарҙың ярты­һында ғына “зәңгәр яғыулыҡ” ҡулланыла. Киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышанғы килә. Артабан юлды ҡарау бурысы тора, — тине ауыл хакимиәте башлығы Илшат Басиров.
Ысынлап та, күрше республиканан килеп ингәс тә бөтә Башҡортостан ауылдарына баһа бирелгән кеүек. Шулай булғас, беҙҙеңсә, Йәйләү ҙә, Исәмәт тә иң төҙөгө, иң матуры булырға тейеш.





Вернуться назад