Айрат ағайға алмаш ҡайҙа?17.09.2014
Айрат ағайға алмаш ҡайҙа?
Бөгөн Стәрлетамаҡта иҫке генә бәләкәс бер фатир һатып алам тиһәң дә миллион ярым һумдан ашыу аҡса кәрәк. Инде фатирлы булһаң, һыу, газ һәм башҡаһы өсөн ай һайын ике-өс мең түләйһең. Кемгә һәм ни өсөн түләргә, тип баш ватаһың. Шундай мәшәҡәттәр солғанышында берәй тапҡыр: «Ә мин йәшәгән йортто кем төҙөнө икән?» – тип ҡыҙыҡһынғаныбыҙ бармы? Бөгөн төҙөүсенең, ябай хеҙмәт кешеһенең баһаһы ниндәй һуң?


Уйлай китһәң, һәр береһе ҙур эш башҡарған шәхес бит улар! Йә көн дә таң һарыһынан юлға сыҡ, йә этте лә урамға сығармаҫ һыуыҡта юл таҙарт әле! Шуға, минеңсә, заманына ҡарамай, хөрмәт ҡаҙанып, иғтибарға лайыҡ булып йәшәргә тейеш хеҙмәт кешеһе. Мәҫәлән, һеҙ һүрәттә күргән айыуҙы күтәреп һуғыр башҡортҡа хас мыҡты кәү­ҙәле, шул уҡ ваҡытта елдән етеҙ ир уҙаманы Айрат Ҡадиров ғүмере буйы ташсы булып эшләй.
Аңлап торабыҙ, йәйге селләлә лә, ҡышҡы һыуыҡта ла (ямғыр-бураны тураһында әйтеп тә тораһы юҡ) көнө буйы тышта тороу еңел түгел, шул уҡ ваҡытта 12-14 сәғәт буйына иҙмә күтәреп йөрөү өсөн дә көс, сабырлыҡ самаһынан артыҡ кәрәк. Әммә геройым менән ара­лашҡан мәлдә «Һөнәреңде алмаштырыр инеңме?» тип һорағас, бер генә секунд та уйланмай: «Юҡ!» – тип яуапланы Айрат Зәйләғи улы. Бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамай, үҙ һөнәренә тоғро булған бындай кешеләр хөрмәткә лайыҡ түгелме ни?!
Түбәндәге мәғлүмәткә ҡайһы бер йәштәр аптырап китер: совет осоронда фатирға мохтаж ғаилә­ләр йортто үҙҙәре һалған. Завод-фабрикалар, хатта уҡыу йорттары ла бер төркөм хеҙмәткәрҙәренән бригада булдырып, төҙөлөшкә оҙатҡан. Айрат ағай ҙа һөнәренә шундай юл аша килгән икән.
...Үткән быуаттың 80-се йылдары. Стәрлетамаҡ машина заво­дының ил кимәлендә абруй ҡа­ҙан­ған сағы. Айрат Ҡадиров бында быраулаусы булып эшкә урынлаша. Әммә шунда уҡ үҙе һымаҡ йәштәр өсөн фатир төҙөгән бригадаға йүнәлтәләр. Яңы һөнәр­ҙән дә, ауыр хеҙмәттән дә ҡурҡып ҡалмай бала саҡтан уҡ ишле ғаиләлә эш тәмен татып үҫкән егет.
90-сы йылдарҙа, билдәле, илдә етди һынау осоро башлана. Күптәр кеүек Айрат ағайға ла заводты ҡал­дырырға тура килә. Ни ҡыла­һың, ғаиләне, атап әйткәндә, ҡатынын һәм Денис, Динар исемле улдарын туйындырырға кәрәк бит. Ғаилә тигәндәй, кәләште йыраҡтан эҙләп тормаған ташсы Ҡадиров: үҙе Ишембай районының Үрге Әрмет ауылы егете булһа, Флү­рәһен Тү­бәнге Әрметтән тапҡан. Бына шул ҡәҙерлеләре өсөн артабан юлға йыйына ла инде төҙөүсе. Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙе, Санкт-Петербургты күрергә насип була. Шулай итеп, ике тиҫтә йыл дауамында төрлө ерҙә йөрөп тир түгә ул.
Бөгөн Айрат Зәйләғи улы Стәр­летамаҡ төҙөлөш компания­һында эшләй. Әле уның иллене тултыр­ған, балаларын аяҡҡа баҫтырып, үҙе өсөн йәшәр сағы. Әммә, тормош яйланған тип, илке-һалҡы, ваҡыт уҙғарып йөрөмәй ул. Кәрәк икән, бригадир башы менән кирбесен дә һала, иҙмәһен дә күтәрергә тартынмай, йәш егеттәр һымаҡ йорт башына үрмәләп менеп тә китә. Егеттәр тигәндәй, алмаш юҡлығына ғына йөрәге әрней геройымдың:
– Заманында көнөнә өс-дүрт кубометр иҙмәне ҡулланып бөтә тор­ғайныҡ. Хәҙер егеттәр яртыһын да эшләй алмай. Хәйер, йәштәр тип әйтеүе лә ситен инде, иң кесебеҙгә – 35 йәш. «Менеджерҙар быуыны» үҫә шул, бер кем дә ҡара эш башҡарырға теләмәй. Бары­һына ла йылы бүлмә, йомшаҡ урын кәрәк. Эх, дәүләт тарафынан да тейешле иғтибар бүленеп, йәмғиәт­тә лә хеҙмәт кешеһенең абруйы күтәрелһә, бәлки, киреһенсә булыр ине, – тип көрһөндө әңгәмәсем. Нисек кенә булмаһын, Айрат ағай хаҡлы шул…


Вернуться назад