Ере барҙың еме бар16.09.2014
Һуңғы көндәрҙә республикала иген һәм ҡуҙаҡлыларҙы йыйыу 2,2 процентҡа артҡан. Был күрһәткесте Баҡалы, Белорет, Благовещен, Учалы, Яңауыл райондары 4 – 12 процентҡа арттырған.


Республикала иген һәм ҡуҙаҡлылар 1536 мең гектар майҙанда йыйып алынған. Был пландың 86 процентын тәшкил итә. 1501 мең гектарҙа уңыш һуғылған да инде. Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Шаран райондарында игендең 5 процентын ғына һуғып алырға ҡалған. Өс районда ураҡ кампанияһы тамамланған, 27 районда борсаҡ, 22 төбәктә арпа, 33 районда һоло баҫыуҙарында эш теүәлләнгән.
***
Башҡортостанда ужым культуралары 430 мең гектарҙа сәселгән, ул пландың 78 процентын тәшкил итә. Әбйәлил, Әлшәй, Белорет һәм Шаран райондары хужалыҡтары сәсеү эштәрен тулыһынса тамамлаған. Тағы ла биш районда ужым культураларын сәсеү 90 һәм унан да күберәк процентҡа үтәлгән. Быйыл ужым культураларына республикала 550 мең гектар бүленгән.
***
Республика баҫыуҙарында 82 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, эшкәртеүгә 28 298 тонна ебәрелгән.
“Татлы тамыр”ҙы йыйыу эштәре ун дүрт районда бара. Әлегә шәкәр сөгөлдөрө 2908 гектарҙа йыйылған, был пландың 6 процентын тәшкил итә. Миәкә районында “татлы тамыр” майҙанының 33 проценты йыйылған. Иң ҙур уңышты Шишмә (гектарынан 426 центнер), Благовар һәм Баҡалы райондарында алалар. Республика буйынса уртаса күрһәткес – гектарынан 277 центнер.
Әйткәндәй, Башҡортостанда иң ҙур шәкәр сөгөлдөрө майҙаны (7,6 мең гектар) – Әлшәй районында.



Вернуться назад