Ҡорос атлы баҫыу батыры16.09.2014
Ҡорос атлы баҫыу батыры
Ауыл буйлап һәлмәк кенә атлап килгән, уйсан ҡарашлы был ағайға урамдың һәр тыҡрығы, аяҡ аҫтындағы һәр ташы таныш. Бөтә ғүмерен ғәзиз төйәгенә арнаған Тәлғәт Рәхмәтулла улын яҡташтары ныҡ хөрмәт итә. Ана бит, юлында осраған олоһо ла, кесеһе лә ихлас сәләмләй уны.


Йөҙөнән алсаҡлыҡ бөркөлгән уҙамандың ҡан тамырҙары ошо ғәзиз тупраҡ менән береккән — ҡырҡ йыл буйы үҙенең ҡорос атында иген баҫыуында алтын тир түккән ул. Ялан батырының намыҫлы хеҙмәтен Совет иле етәкселеге юғары баһалаған: ағайҙың күкрәген Ленин, Октябрь Революцияһы, “Почет Билдәһе” ордендары биҙәй, “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лә эйә.
Тәлғәт ағай менән Дәүләтбай ауылында күрешеп, һөйләшеп тороу бәхете тәтегәйне. Аҡһаҡалдың әйткәндәре һаман хәтерҙән сыҡмай...
— Элек эшселәрҙе хөрмәт итә белделәр шул... — тип көрһөнөп ҡуйҙы уҙаман. — Иртәгә нимә булыр, нисек көн күрербеҙ, тип ябай халыҡ аптыраманы. Хәҙер заман башҡа...
— Ә шулай ҙа ул заманда халыҡты алһыҙ-ялһыҙ эшләткәндәр, тип зарланалар бит ҡайһы берәүҙәр, — тигән булдым.
— Юҡсы-ы! – Тәлғәт бабай көлөп ебәрҙе. – Бына миңә 1970 йылда Мысырға путевка бирҙеләр! Африканы күреп ҡайттым...
— Ысынмы? – Аҡһаҡалдың һүҙҙәренән ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-артты.
— Булды шул. Ул ваҡытта сит илгә сығыу бик һирәктәргә тәтей ине. Бына мине “һин планды шәп үтәйһең” тип ебәрҙеләр. Люксор, Ҡаһирә ҡалаларына сәфәрҙе мәңге оноторлоҡ түгел.
— Шә-әп! Ә һеҙҙе бөгөн нимә борсой?
— Эшһеҙлектән ни ҡылырға белмәй йөрөүселәр артҡандан-арта бара. Элгәре гөрләп торған колхоздарҙы, алдынғы хужалыҡтарҙы ла бөтөрҙөләр...
Ғүмер тауының һикһәненсе үренә артылһа ла, хеҙмәт алдынғыһы Тәлғәт Көҫәпҡолов хәләл ефете Люциә Әҙеһәм ҡыҙы менән бөгөн дә йәштәрҙе көнләштерерлек итеп донъя көтә. Ихата тулы мал, баҡсала ишелеп үҫкән емеш-еләктең күплеге был йорт хужаларының уңғанлығын иҫбатлай. Ә инде ете балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереүҙәре үҙе оло батырлыҡҡа тиң!
Элек-электән урындағы мөһим мәсьәләләрҙе аҡһаҡалдар хәл иткән. Тәлғәт ағай Көҫәпҡолов та бөгөн йәштәргә фәһем бирер, тормош тәжрибәһен уртаҡлашыр ил ағаһы йәшендә. Юҡҡамы ни уны халыҡ ауыл старостаһы итеп һайлаған. Бында ауыл­даштарының уҙаманға ҡарата хөрмәте лә, ышанысы ла сағыла.


Вернуться назад