Асыҡлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә һынау16.09.2014
Асыҡлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә һынау
Берҙәм һайлау көнөндә илдең 84 субъектында (Ингушетия Республикаһынан башҡа) төрлө кимәлдә 6 меңдән ашыу һайлау кампанияһы үтте. Шул иҫәптән, Рәсәйҙең 30 субъектында — төбәк башлыҡтары, 14-ендә дәүләт власының закондар сығарыу органдарына депутаттар, үҙидара органдарына етәкселәр һайланды. Ҡайһы бер муниципалитеттар-ҙың сиктәрен үҙгәртеү буйынса референдумдар ойошторолдо. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә был көндө 43,2 мең мандатҡа 112 мең кандидат дәғүә итте.
Башҡортостанда иһә Берҙәм тауыш биреү көнөндә 22 һайлау кампанияһы үтте. Уларҙың иң мөһиме ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау булды. Әйткәндәй, республика башлығын тура һайлау 2003 йылдан алып уҙғарылмағайны. Шулай уҡ Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса депутат, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге Советына, 18 муниципаль райондың урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды.


Ҡануниәткә ярашлы, иртәнге сәғәт 8-ҙә республика район-ҡалаларындағы бар­лыҡ 3453 һайлау участкаһы ла үҙ эшен тотҡарлыҡ­һыҙ башланы. Айырыуса ауыл халҡы әүҙем булды. Иртәнге сәғәттәрҙән үк рейтингтың тәүге баҫҡыстарына күтә­рел­гән Балтас, Баҡалы, Тәтешле райондары, Ағиҙел, Сибай, Нефтекама ҡа­ла­ла­ры көн дауамында беренселекте бирмәне. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссия­һы­ның мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, республикала 3027300 кеше һайлаусы булараҡ теркәлгәйне, тауыш биреүҙә уларҙың 74,89 проценты ҡатнашҡан. Былтыр иһә был күрһәткес 52,84 процент тәшкил иткәйне.
Ғөмүмән, Һайлау көнө байрамса кәйефтә үтте. Бөтә участкаларҙа ла үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары, йәрминкәләр ойошторолдо, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Был йәһәттән айырыуса ауыл халҡы дәртле булды. Әйтәйек, Ҡалтасы районында һайлауға иң беренсе килеүсегә ҡаҙ әҙерләп ҡуйғандар. Бүләкте Ҡалтасы ауылынан Мөғимә Хәсәнова алып ҡыуанды. Өфө ҡалаһында 102 йәшлек инәйҙең тауыш биреүе онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Был көндө тәүге тапҡыр тауыш биргән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға Башҡортостан Үҙәк һайлау комис­сияһының махсус дипломдары һәм иҫтә­лекле бүләктәр тапшырылды.
– Дөйөм алғанда, һайлауҙар тыныс үтте, бер ниндәй ҙә закон боҙоу теркәл­мәне. Һайлау участкаларында 3715 күҙә­теүсе эшләне. Йәмәғәт тәртибен ете меңгә яҡын полицейский һаҡланы, янғын хәүеф­һеҙлеген өс меңдән ашыу хеҙмәткәр ­ итте, — тине Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
***
Гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар инде: һай­лау кампанияһы барышында республика­лағы өс һайлау участкаһына билдәле шәхестәрҙең исеме ҡушылғайны. Улар — Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов (Әбйәлил районының Асҡар ауылында), генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов (Ҡырмыҫҡалы районының Шай­мо­ратов ауылында) һәм урыҫ яҙыу­сыһы Сергей Аксаков (Бәләбәй районы­ның Надеждино ауылында) исемендәге һайлау участкалары. Халыҡ­тың әүҙем­леген арттырыу, мөһим сәйәси сара­ға ылыҡтырыу, шул уҡ ваҡытта тарихи сы­ғанаҡтар нигеҙендә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған башланғыс­тың әһәмиәтенә, идеяның дөрөҫлөгөнә сираттағы һайлау асыҡлыҡ индерҙе лә инде.
— Исемдәрен аҡланылар, тимәк, тырышлығыбыҙ юҡҡа булманы. Тәүге сәғәттәрҙән үк исемле участкаларҙа тауыш биреү күрһәткесе юғары булды, — тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Һандарға килгәндә иһә: М. Шайморатов исемендәге һайлау участкаһында — 703 (97,64 процент), С. Аксаков исемендәге һайлау участкаһында — 453 (92,07), Т. Кусимов исемендәге һайлау участкаһында 998 (63,49) кеше тауыш биргән.
***
Башҡа йылдарҙан айырмалы, был көндө Ҡырым Республикаһының Белогорск районы территориаль һайлау комиссияһы ла иғтибар үҙәгендә булды. Яңы субъекттар өсөн был – Рәсәй һәм яңы Ҡырым ҡануниәтенә ярашлы ойош­торолған тәүге һайлауҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәктә һайлау кампанияһы Башҡортостан шефлығында үтте.
Мөһим сараға әҙерлек барышында яҡташ­тарыбыҙ күрше республикаға бер нисә тапҡыр эшлекле сәфәр ҡылды: махсус уҡыуҙар ойошторолдо, документтар­ҙы, тауыш биреү бюл­ле­тендәре бланк­та­рын, унда баҫыласаҡ текс­тарҙы әҙерләүҙә булышлыҡ күрһәтте. Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә Баш­ҡорт­остан Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Рөстәм Бикмәтов менән мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре Павел Крупнов Белогорск ра­йо­нында булды. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәрен­сә, төбәктә 60 һайлау участкаһы ла өҙлөкһөҙ эшләгән, бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Был көндө Белогорск халҡы Ҡырым Дәүләт Советына һәм урындағы муниципалитеттарға депутаттар һайланы. Статистика ­мәғлүмәт­т­ә­ренән күренеүенсә, тауыш биреүҙә ҡатнашыу күрһәткесе — 56, 8 процент.

***
Үрҙә телгә алыуыбыҙса, был көндө Баш­ҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса депутат та һайланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был биләмә буйынса биш кандидат теркәл­гәйне. Ышаныслы еңеү — Булат Йома­ҙилов иҫәбендә (“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе күрһәткән). Уның өсөн һайлаусыларҙың 69, 98 проценты тауыш биргән.
Урындағы үҙидара органдарына кил­гәндә, уларҙың барыһында ла тиерлек “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе күрһәткән кандидаттар бе­рен­се­леккә сыҡты. Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге Советында ғына депутат урынын Рәсәй Коммунистар партияһы вәкиле биләйәсәк, ҡалған 18-е —“Берҙәм Рәсәй” иҫәбендә. Бынан тыш, депутат мандаттарын үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр ҙә аласаҡ.
Асыҡлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә һынау


Вернуться назад