“Башҡорт телен өйрәнәм”16.09.2014
Октябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт телен өйрәнәм” проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.



Унда ҡатна­шыу­сылар — Өфөнән стоматолог Тимур, Нефтекаманан эш­ҡыуар азербайжан Алладин, йәш журналист Софья, БДУ аспиранты Ирина, Ма­да­гаскарҙан кил­гән музыкант, Өфө дәүләт авиация техник уни­верситеты аспиранты Селестин — башҡорт телен үҙләштерәсәк.
– Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла башҡорт телен өйрә­нергә теләй. Мәҫәлән, Селестин ҡасандыр тапшырыу­ҙарыбыҙҙың береһендә Салауат Юлаевтың шиғырын уҡығайны. Әйтеүенсә, башҡорт теле уның туған малагаси теленә бер аҙ оҡшаш, — ти проект етәксеһе Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Уларҙы БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алған һәм башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән үҙенсәлекле методика төҙөгән Вячеслав Чернев уҡыта. Тапшырыуҙы төшөрөү өсөн Өфөнөң 16-сы урта мәктәбе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған класс тәҡдим итте.
– Сараның тәүге миҙгеле эксперименталь буласаҡ. Проекттың маҡсаты — башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Әле ике тапшырыу төшөрөлдө. Минеңсә, улар бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле килеп сыҡты. Яңы йылға тиклем яртышар сәғәтлек 12 программа әҙерләнә, — тип өҫтәне Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Тамашасыларҙың күңеленә хуш килгән лингвистика проектының анимация рәүешендәге тапшырыуы эфирҙа ҡала. “Башҡорт телен өйрәнәм” октябрҙә башлана һәм йәкшәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 12-лә күрһәтелә, һәр дүшәмбе көндөҙ 14 сәғәт 45 минутта ҡабатлана.




Вернуться назад