Башҡорт суҡмарының серен ул белә16.09.2014
Башҡорт суҡмарының серен ул белә
Ҡасим ағайҙың артынан өлгөрөп тә булмай, 83 йәшлек бабай тип уйламаҫһың да. Беҙ уның менән тәбиғәт мөғжизәһен ҡарарға китеп барабыҙ. Үрге Бикбирҙенән ике саҡрым ғына тиһә лә, урман шырлығы аша атлау оҙаҡ тойола шул. Юлыбыҙҙа ауып ятҡан ағас осраһа, беҙ уны аша атлап сығабыҙ, ә ағайыбыҙ йылғыр ғына бер аяғы менән өҫтөнә баҫа ла арыраҡ һикерә, тиҙлеге тағы ла ырамлыраҡ булып сыға. “Өйҙән ҡата ғына эләктереп сыҡҡанмын икән, шуға йәһәтерәк барып булмай...” – тип аҡлана үҙе!


– Ошо тирәлә генә булырға тейеш ине, һуҡмаҡты үлән баҫа баш­лаған шул, әллә йүнәлеште юғалттыҡ инде. – Ҡасим ағай шулай тигәс, ҡуйы урман урта­һын­да аптырап туҡтап ҡалдыҡ...
– Һеҙ уны Иҫәнғолдағы “Дуҫлыҡ” паркына ҡуйырға тәҡдим иткән­һегеҙ бит, бәлки, алып та кит­кәндәрҙер, – тип шаяртам.
– Юҡтыр, уны алып китеүе, ай-һай... – ти ул. – Хәйер, тауҙан түбән тәгәрәтергә була инде.
Был яҡтарҙың тәбиғәтен ул биш бармағы кеүек белә, үҙе әйт­меш­ләй, һәр ағасы таныш. Юҡ, ғүмер буйы ошонда йәшәгән кеше тип тә булмай үҙен: 27 йылы хәрби хеҙ­мәттә үткән, артабан хәтһеҙ генә ваҡыт Өфөлә булған. Алтмыш йәш тулғас ҡына, өс бүлмәле фатир­ҙарын балаларына ҡалды­рып, Ейәнсура районының төп­көлөн­дәге тыу­ған ауылдарына күсеп ҡайталар.
Башҡорт суҡмарының серен ул белә– Таптым! – Ҡасим ағайҙың йәштәрсә көр тауышы яңғы­раны. – Һуҡмаҡты таптым. Элек мәктәп­тәрҙән экскурсияға балалар ҙа килә ине, уларға ла ошо мөғжизәне күрһәтә торғайным. Хәҙер ни өсөндөр ҡыҙыҡһыныу кәмене халыҡта, шуға һуҡмаҡ та юғала баралыр инде. Әйҙәгеҙ, күп ҡалманы...
...Эйе, улар Үрге Бикбирҙегә күсеп килә, ләкин ҡарттарса тик ятыр өсөн түгел. Ҡасим Янбаев ауылға ҡайтҡас та хужалыҡ эштәренә сума. Уның умартанан бал кәрәҙҙәре алып торған һүрәте хатта Европа журналдарында сыҡҡан! Ә йорттары ниндәй... Баҡсаларында һәм ихатала үҫмәгән ағас юҡ. Уларҙың күлә­гәһендә, өҫтәл ултыртыр өсөн махсус ҡуйылған лапаҫ аҫтында, семәрләп эшләнгән аласыҡта сыр-сыу килгән ейән-ейәнсәрҙәре яңы уҡыу йылы башланғас ҡына таралышҡан икән.
...Беҙҙең алда – ҡарағусҡыл төҫтәге ҙур ағас шар. Ҡәҙимге ҡайын ороһо. Ләкин иң ғәжәбе – тап уның ҙурлығы. Өйҙән алған рулетка менән үлсәп ҡарайбыҙ: диаметры 4 метр ҙа 40 сантиметр! Шул хәтлем ҙур оро бер генә төп ҡайында аҫылынып тора! Нисек күтәрәлер уны ағас...
– Бындай ҡайын ороларын йыш осратҡаным бар, ләкин шундай ҙурлыҡтағыһын тәүләп күрәм, – ти Ҡасим ағай. – Ҡайындың бер ботағы, күрәһегеҙ, һынып төшкән, олононда ла ярыҡтар бар. Ни ғәжәптер, ҡороған ҡайындарҙы, хатта ҡайын урмандарын хәҙер йыш күрергә була. Был да күпкә түҙмәҫ тип хафаланам. Бер-ике тапҡыр урман белгес­тәре менән дә килеп ҡараныҡ, улар ҙа шундай ҙур ороно тәүләп осратыуын әйтте. Уны һаҡлап ҡалыу хәстәрлеген күрергә ине. Иҫән­ғолда буласаҡ паркка ҡуйырға, ысынлап та, тәҡдим иткәйнем. Риза булдылар. Тик ҡасан күсе­рерҙәр әле...
– Күсерер алдынан уны нисектер әҙерләргә кәрәкме?
Башҡорт суҡмарының серен ул белә– Юҡ, тәгәрәтеп алып китергә, машина кузовына һалырға ла мөмкин. Ҡайын ороһона бер нәмә лә булмай, ул бик ныҡ, тимер кеүек. Ҡайырыһын алыштырған саҡта, сәтләүеккә оҡшап, һырлы-һырлы ултырған сағын да күргәнем бар. Шул мәлендә ҡояшҡа сыны­ғып ҡаламы икән инде, бешегә әйләнә. Борон бит башҡорттар суҡмарҙы ошондай ҡайын оро­һонан эшләгән. Бүре йә төлкө башына һуҡһаң, тегеләр йәнтәслим китә, ә суҡмарға бер нимә лә булмай! Минең өйҙә лә бер суҡмар бар, уныһы бәләкәй оронан эшләнгән, әлбиттә. Ағас ҡасан да булһа ярыла башлай бит инде, ә был суҡмар, нисәмә йыл үтһә лә, шул көйөнсә тора!
...Ауылға ҡайтҡас та Ҡасим ағай беҙҙе аптыратыуҙан туҡтаманы. Ул йәнлек һәм ҡош һындары ла эшләй икән. Музейҙа ҡуйылған­дарҙы күргәнегеҙ бармы? Янбаев­тарҙың оҫтаханаһында ла улар күп була. Тик беҙ барғанда өс кенә һын тора ине: ябалаҡ, һуйыр һәм ҡабан башы. Ҡалғандарын алып кит­кәндәр. Әлбиттә, улар һатыу өсөн эшләнә, берәүһе өсөн биш мең һум бирергә кәрәк. Ҡасим ағай әйте­үенсә, Өфөлә, мәҫәлән, улар­ҙың хаҡы – ун-ун биш мең һум. Атып алынған бәләкәй йәнлек йә ҡош түшкәһен килтереп бирһәң, оҫтаға уны оҙаҡ йылдар һаҡланырлыҡ һынға әйләндереү өсөн бер ай ваҡыт кәрәк. Нисек шулай эшләй ала – уныһы, кем әйтмешләй, “фирменный секрет”.
Артабан хужа беҙҙе өйгә са­ҡыра: унда ла боронғо һөңгө, суҡмар кеүек әйберҙәр байтаҡ. Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле була тигәндәренә тағы бер ышандыҡ.
...Ҡайтып китергә тип машинаға ултырырға йыйынғанда, Ҡасим ағай беҙҙе тағы туҡтатты: “Мин үҙем эшләгән һәйкәл­де күрһәт­мәнем бит әле!” Янбаевтарҙың өйөнә ҡаршы ғына ултырған үҙенсәлекле һәйкәлгә башта уҡ иғтибар иткәйнек инде. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған ул. Беренсе исемлектә яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың башҡортса исем-шәрифе, икенсеһендә – тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып мәрхүм булған яугирҙәр. Ә үҙенсәлеге шунда – алтаҡтаға “Ҡартатайыма. Олатайыма. Атайыма. Ағайыма” тип яҙып ҡу­йылған.






Вернуться назад