Ожмах – беҙҙең күңелдә16.09.2014
Ожмах – беҙҙең күңелдә
Кеше бөгөн йәшәй. Бөгөн ҡыуана, бөгөн моңлана. Иртәгә түгел. Бөгөн нисек бар – иртәгә шуның дауамы ғына буласаҡ, шуға күрә әҙәм балаһының ысын тормошо хәҙер һәм ошо урында бара.


Был хәҡиҡәтте аңлаған кеше бөгөнгө уйҙары, кисерештәре менән йәшәй. Күңелендә ниндәй хистәр булыуға ҡарап уның шартлы рәүештә ҡайҙа йәшәгәне билдәләнә кеүек. Нәфрәт солғап ала икән – кеше тамуҡта, ҡыуана икән – ожмахта. Тамуҡ менән ожмах төшөнсәләрен беҙ абстракт ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ – улар ҡайҙалыр сит яҡта, беҙ унда фани донъя менән хушлашҡас ҡына барып етәбеҙ, ғүмер буйы ожмахҡа эләгергә теләйбеҙ, тамуҡтан ҡурҡабыҙ. Ә уйлап ҡараһаң, был ике төшөнсә лә – беҙҙең кисерештәр, хәҙерге уйҙар, тойғолар, ынтылыштар. Тимәк, ожмах рәхәтлеген дә, тамуҡ утын да беҙ әлеге, ерҙәге, тормошта татый алабыҙ. Фани донъяла ожмахта кеүек йәшәп өйрәнһәң, ­ахирәттә лә был изге урында, йәғни изге халәттә ҡалырһың, сөнки бөтә ысынбарлыҡ хәҙер бара.
Кешенең ғүмере буйы тамуҡҡа эләгеүҙән ҡурҡып, шуның өсөн генә изге эштәр ҡылып, барлыҡ тышҡы ҡанундарҙы үтәп, “дөрөҫ” йәшәүе ихтимал. Әммә күңелендә һәр ваҡыт ҡурҡыу тойғоһо, борсолоу, хәүефләнеү һаҡлана. Ошо үҙе үк утта яныу түгелме икән? Йәки кешенең бөтә нәмәһе бар, ул бер нигә лә мохтаж түгел, әммә — күңелендә бушлыҡ, йәшәүҙән мәғәнә тапмай. Ундай ғазаптар ҙа тамуҡтың етенсе ҡатында булыуға тиңдер. Бәғзе берәүҙәр гел нәфрәтләнә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, кешегә зыян эшләй, уға һәр ваҡыт ниҙер етмәй, үҙен эстән “ашай”, бөтөрә. Тән һәм йән ғазабы, күңел рәнйеүе, шулай уҡ уның бысраныуы, ағыуланыуы – тормошта була торған хәл. Уларҙы берәүгә лә теләмәҫ инең, әммә әҙәм балаһы ергә барыһын татыр өсөн һәм үҙ юлын үтер өсөн килә.
Йәшәйештә бөтә ҡылыҡтарҙың, уй-теләктәрҙең тик ике сығанағы бар. Береһе – ҡурҡыу, икенсеһе – һөйөү. Һуңғыһы – ожмах. Ошо халәттә йәшәгән кеше ожмахты был Ерҙә, был тормошта татый. Тимәк, ҡайҙалыр ынтылырға кәрәкмәй, изге урын, йәғни изге торош – һәр кемдең күңелендә, уны күрә белергә кәрәк. Тик был һәр ваҡыт шатланып, көлөп, бер ни өсөн дә борсолмай ғәмһеҙ йәшәүҙе аңлатмай. Шул уҡ юғалтыуҙар, күҙ йәштәре, әрнеүҙәр, тик күңел генә яҡты, унда – тыныслыҡ. Һөйөү төшөнсәһе үҙ эсенә бөтә нәмәне лә ала, ул – тормоштоң үҙе. Һөйөү – ул аҡ та, ҡара ла; көн дә, төн дә; бәхет тә, ҡайғы ла; хаос та, гармония ла; эйе лә, юҡ та; барлыҡ нәмә һәм бер нәмә лә түгел… Әҙәм балаһы ошо “барлыҡты” үҙ эсенә һыйҙыра, йәғни ҡабул итә алһа, ул – ожмахта. Ул тормошонан ҡәнәғәт, яҙмышына рәхмәтле, ижад итә, тыуҙыра, ҡотҡара, ярҙам ҡулы һуҙа. Ожмах – тормошҡа ҡараш, йәшәү рәүеше, көнитмеш фоны. Ошо фонда иң ҡурҡыныс ҡайғыны ла ҡабул итеү көсөнә, һәләтенә эйә кеше… Был халәтте ул үҙе булдыра. Хәйер, уны булдырырға ла түгел, тик аңларға, тойорға һәм таратырға кәрәк.
Шулай итеп, ожмах менән тамуҡты ҡайҙандыр эҙләргә кәрәкмәй, улар – беҙҙең күңелдә. Был ике ҡапма-ҡаршылыҡ ара­һындағы сик ҡайҙа һуң? Улар араһында ла төрлө халәттәр бар бит, көн менән төн араһында иртә таң, төш, кис булған кеүек. Ямғыры ла яуып ебәрә… Минеңсә, йөрәктә һөйөү тойғоһо ни тиклем күберәк булған һайын, кеше Аллаһ Тәғәләгә шул тиклем яҡыныраҡ, тимәк, ожмах та ысыныраҡ. Һөйөүҙән алыҫлашҡан һайын, тамуҡ яҡыныраҡ. Тимәк, ул үлсәм – һөйөү, ниндәй шарттарҙа ла кешелекле булып ҡалыу, Кеше тигән исемеңде юғалтмау.
Тик ҡайһы саҡ был халәттәр беҙҙән һорап тормай: Аллаһ кәрәк тип тапһа – йән ғазап утында яна, кәрәк икән – нурҙарға сорнала. Ғүмер дауамында бер үк фон һаҡланмай. Улар төрлө һәм алмашынып тора. Шунда тормоштоң ҡыҙығы ла: уны күҙаллап булмай, ул билдәһеҙ, гарантияһыҙ, бойон­дороҡһоҙ. Уны яратырға ғына була – нисек бар шулай ҡабул итергә. Бөтә әсе-сөсөһө менән. Һәм тағы ла шуныһы: бер үк хәл-күренеште кеше төрлөсә кисерә. Мәҫәлән, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт тойғоһо ла һәр ваҡыт татлы булмай. Уның тамуҡ булып килеүе лә ихтимал. Тимәк, кемгә ниндәй кисерештәр, ниндәй һынау, тәжрибә кәрәк, кем нисек күрә, аңлай, ҡабул итә – шулай була. Һәр кемдең үҙ юлы, үҙ яҙмышы, үҙ аңы.
Был мәҡәләнең төрлө фекер тыуҙырыуы ихтимал. Хәйер, һәр йән эйәһенең үҙ ысын­барлығы, үҙ инаныстары. Әммә хәҡиҡәт берәү генә. Шул хәҡиҡәт тирәләй төрлө фараз, фекер, уйланыуҙарҙың булыуы менән дә ҡыҙыҡлы һәм мәңге сиселмәҫ йомаҡтай серле был тормош.


Вернуться назад