Фәрештәм13.09.2014
Туфан Миңнуллин һүҙҙәре,
Хисмәтулла Дәүләтов көйө.

Гәрәбәнән теҙгән
муйынсаҡҡайыңдың
Гәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән?
Тапмаҫ был тиеп уйлама, табырмын
Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән.

Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды,
фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне,
аппағым?

Ынйыларҙан теҙгән
муйынсаҡҡайыңдың
Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан?
Мин ҡағылған ҡайнар ҡулдарыңа
Ҡағылдыра күрмә бер үк яттарҙан.


Вернуться назад