Башҡорттар борондан биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Оло йәштәге ҡатындар һәм ҡыҙҙар сәсенә ҡаралыҡ – осо суҡланған дүрт йәки биш ептән торған бау үргән. Өлкәндәрҙә ул ҡара, йәштәрҙеке төрлө төҫтә булған. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә йәшерәктәре, сәсенә селтәрле йәки биҙәкле, төҫлө быяла ҡаштар һәм төрлө таштар ҡуйылған сулпы таҡҡан. Ҡыҙҙарҙың махсус сәс биҙәүесе сәсмәү, елкәлек һәм арҡалыҡ булған. Сәсмәү бер нисә (4-тән алып 16-ға тиклем) төрлө төҫлө муйынсаҡтар, быяла йәки мәрйен теҙелгән ептәрҙән торған, улар бер-береһенә ҡайыш йәки ҡурғаш менән нығытылған. Өҫкө яҡтан оҙон булмаған епкә беркетелеп, толомға нығытып ҡуйылған, ә аҫ яғы төҫлө ебәк йәки йөн суҡтар менән тамамланған.
Елкәлекте ҡыҙҙар толом өҫтөнән йөрөткән. Ул оҙонса, өҫкө яғы уралған туҡыма киҫәге булған ҡалын эслекле, ус аяһы ҙурлығында, тотош мәрйен менән ҡапланған.
Иң йыш осраған биҙәнеү әйберҙәренән һырғаны (алҡа) атарға мөмкин. Һырға үҙ-ара тоташтырылған ҙур көмөш тәңкәләрҙән йәки сүкеп биҙәк төшөрөлгән тимер тәңкәләрҙән тора.
Һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлгән. Уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп була. Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала өсөн бәләкәй саҡта уҡ һаҡалға мәрйен, тәңкә һәм башҡа биҙәү әйберҙәре тегелә башлай.
Селтәр тип аталған биҙәү әйбере һаҡалдан формаһы менән айырыла. Һаҡал дүрт мөйөшлө була, ә селтәрҙең өҫ яғы тарыраҡ, ә аҫҡа табан киңәйеберәк китә.
С. Руденконың “Башҡорттар” китабынан.