Улар ҙа дауалай13.09.2014
Алмас иң ҡиммәтле, иң затлы таш һанала. Ул – эскерһеҙлек, ҡыйыулыҡ һәм еңеүсе билдәһе. Шулай уҡ ярһыуҙы баҫырға ярҙам итә, үҙеңә ышаныс уята, көс бирә. Барлыҡ эштәрҙә уңыш килтерә, ауырыуҙан, йәрәхәтләнеүҙән, яуыз көстәрҙән, йәшен һуғыуҙан һаҡлай, сәләмәт йәшәргә һәм оҙон ғүмер кисерергә булышлыҡ итә.
Бынан тыш, алмас күп кенә тылсымлы сифатҡа эйә. Мәҫәлән, шундай ҡашлы йөҙөк кейгән ҡатын балаһын еңелерәк тыуҙыра. Талисман итеп алмасты уң ҡулға йә булмаһа муйынға тағырға кәңәш ителә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был таш бүләк ителгән йә иһә аманат булып күскән осраҡта ғына ыңғай йоғонто яһай.
Рубин — матур, ялтырауыҡлы ҡыҙыл таш. Дәртле һәм ҡайнар мөхәббәт билдәһе булараҡ дан алған. Бәхетле мөхәббәт теләйһегеҙ икән, бер-берегеҙгә рубин ташы бүләк итегеҙ. Рубинлы кулон кейгән кеше үҙен бөйөк һәм хөрмәткә лайыҡ итеп хис итә. Был таш изге күңеллеләрҙә игелеклелекте арттыра, яуызды тағы ла яуызландыра.
Өҫтәүенә йәшен һуғыуҙан, ағыуланыуҙан һаҡлай. Әлеге ташты йөрөткән кеше көрәшкәндә һәр ваҡыт еңә. Рубин ҡан ағыуҙы туҡтатыу, һауаны таҙартыу, яуыз көстәрҙе ҡыуыу, йәрәхәтләнеүҙән һәм эпилепсия сиренән һаҡлау кеүек сифаттарға ла эйә. Ул ҡарая башлаһа, тимәк, кешегә ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс янай тигән һүҙ.
Аҡыҡ (агат) баш ауыртыуын баҫа, баш мейеһе тамырҙарында ҡан әйләнешен яҡшырта, һығылмалылыҡты нығыта. Эпилепсия сиренән яфаланғандар, бөйөр, нервы ауырыуынан интеккәндәр өсөн файҙалы.
Фирүзә ҡан ағыуын туҡтата, бәхәстәрҙе көйләргә булышлыҡ итә, тотанаҡһыҙлыҡтан, ғаиләләге тыныслыҡты һаҡлай.
Аметист. Бауыр ауыртҡанда, йоҡлай алмағанда ҡулланыла. Кире энергияны туплағандан һуң таш төҫөн үҙгәртә, ҡарая, ҡыҙыл нөктәләр йәки таптар, хатта ярыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Аметист менән маңлай һырҙарын ыуалар, һипкелдән ҡотолоу өсөн файҙаланалар.