Был боронғо биҙәүестәрҙе күргән һәр кемдең иҫе китер, оҙаҡ йылдар нәзәкәтлеген, матурлығын юғалтмауына хайран ҡалыр. Ә тарихын ишеткәндәр ысын хәл булыуына ышана алмай торор, моғайын.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың береһендә үткән быуаттың 30-сы йылдарында хәлле генә бер ғаиләне, нахаҡҡа ғәйепләп, Себергә оҙаталар. Ғәйеп тағыусылар барлыҡ мөлкәтте бүлешеп ала. Хәлдең айышына төшөнгән өләсәй ейәнсәренә ҡиммәтле ике биҙәүесте күлдәге эсенә йәшерергә ҡуша. Баланы тикшереп тормаҫтар тип уйлай, күрәһең. Ғаилә ағзаларының һәр береһен ҡат-ҡат ентекләп ҡарап, энә күҙәүенән үткәрә башлағас, зирәк ҡыҙ биҙәүестәрҙе өй мөйөшөнә күмә. Күп тә үтмәй барыһын да, ат санаһына ултыртып, Себер тарафына оҙаталар.
Байтаҡ йылдар үткәс, әллә күпме михнәт күреп, яҡындарын юғалтып, туғандарҙың бер нисәүһенә генә тыуған яғына ҡайтыу бәхете тейә. Йорттарында янғын сыҡҡан була. Шуға күрә меҫкендәрҙе өй нигеҙенән ҡалған ҡара өйөм генә ҡаршы ала. Ҡулына таяҡ тотоп, өй мөйөшөндә ҡалдырып киткән “сер һаҡлаған һандыҡ” урынын оҙаҡ болғата Зәүрә инәй. Бер урында өйөрөлөүен күреп, көл-ҡором араһынан нимәлер эҙләй был, тигән уй бер кемдең дә башына килмәй. Киреһенсә, йәлләйҙәр.
Оҙаҡ ҡына хитланғас, таяҡтың осо ҡаты әйбергә юлыҡҡандай итә. Ипләберәк ҡараһа, өҫтөн ҡором ҡаплаған көмөш тәңкәләрҙең, утта янмай ҡалып, бер аҙ ялтырап ятыуын күрә. Зәүрә инәй өләсәһенең биҙәүестәрен күреп шатлана, хатта ҡыуанысынан илап ебәрә. Артабан эркет һыуында ағартып, йылға ташына ышҡып, элекке хәленә ҡайтара.
Донъялар бер аҙ һилләнгәс, уны биҙәүестәр яһаған оҫтанан ҡайтанан яңырттыра. Әле илебеҙ тарихының тере шаһиты, золом ҡорбандарының береһенә әүерелгән ҡомартҡы Зәүрә инәйҙең ейәнсәре Нәфисә апайҙа һаҡлана. Ул да биҙәүестәрҙе ҡәҙерләп тота, быуындар күсәгилешлеген дауам иткән аманатты киләсәктә ҡыҙына тапшырырға йыйына.