Күптәр бәйләү, сигеү, тегеү менән мәшғүл саҡта үҙен мәшәҡәттәрҙән арынғандай тоя. Күңел тартҡан шөғөл тынысландыра, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Ижад ярҙамында дауалау, йәғни арт-терапия, психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла.
Шөғөл һайлауҙағы төп ҡағиҙә шул: ул ҡыуаныс килтерергә тейеш. Психологтар йәнә түбәндәгеләрҙе кәңәш итә. Мәҫәлән, башлаған эшен тамамлап ҡуйыуы ауыр булған холериктарға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлек талап иткәндәре файҙалы.
Борсоулы уйҙар, тынғыһыҙлыҡ баҫһа, иғтибарҙы икенсе нәмәгә йүнәлтеү яҡшы. Туҡымаға йәки ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йәки ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле биҙәктәр ижад итеү, мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уйығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә ярҙамлашыр.