Абай булығыҙ28.01.2012
Магазиндан сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алғы килә. Теләктең һәр саҡ ысынбарлыҡ менән тап килмәгәнен, һатыусыларҙың яраҡһыҙ тауарын нисек тә булһа осорорға тырышҡанын яҡшы беләбеҙ. Отолмаҫ өсөн нимә эшләргә? Юл бер – әлбиттә, мәғлүмәтле булырға кәрәк.

Ҡара емеш һатып алабыҙ

Ул мотлаҡ ҡара төҫтә булырға тейеш. Күкһел икән, тимәк, емеште көкөрт газдары менән ҡорттарға ҡаршы эшкәрткәндәр тигән һүҙ. Газ иһә витаминдарҙы тарҡата. Әйткәндәй, файҙалы матдәләр һөйәкле емештә күберәк була. Көнөнә 5 — 7 ҡара емештән күберәкте ашарға ярамай, юғиһә артыҡ килограмдар йыйыуығыҙ ихтимал.

Консерваны хушһынһағыҙ...

Миҫал өсөн, сардина балығын алырға ниәтләнегеҙ, ти. Сифатлы балыҡ ГОСТ 10 119-97 стандартына тап килергә тейеш. Әгәр ҙә ул күрһәтелмәгән икән, банканың төбөндәге мәғлүмәткә күҙ һалығыҙ. Иң тәмле сардина Г84 коды буйынса эшләнә: балыҡ ите һутлы һәм тығыҙ, көмөш төҫөндә. Консерваны 15 градус йылылыҡта ике йыл һаҡларға мөмкин.

Турау өсөн таҡта һайлағанда

Пластмасса таҡта һайлаһағыҙ, уны еҫкәп ҡарағыҙ: ҡырҡыу еҫ сыҡһа, унда зарарлы химик матдәләр булыуы ихтимал. Унан тыш, сифатһыҙ пластмасса ныҡ түгел. Ағас таҡта ышаныслыраҡ, әммә унда микроорганизмдар тиҙ туплана һәм йыуылмай тиерлек. Шулай уҡ иң ныҡлы тәбиғи материалдар иҫәбенә бамбук инә. Быяла таҡталар ҙа була, ул эҫегә түҙә. Шуға ла бындай таҡтаны эҫе һауыт-һаба аҫтына ҡуйырға мөмкин.

Абай булығыҙСәй эсергә яратыусыларға

Фарфор һәм фаянс сәйнүктәрҙең йоҡа ғына ялтырауыҡ ҡатламы сәйҙең тәмен асмай, тын алырға бирмәй. Быяла сәйнүк, әлбиттә, матур, әммә эсемлектең тәмен яҡшыртмай. Сәй бешереү өсөн иң яҡшы һауыт – глазурь (ялтырауыҡ ҡатлам) менән ҡапланмаған балсыҡ сәйнүк. Уның ваҡ күҙәүле төҙөлөшө сәйнүктә дөрөҫ температура һаҡларға ярҙам итә.
Гүзәлиә Балтабаева


Вернуться назад