Аҡмулланың хаҡ юлынан...13.09.2014
Әхәт Вилдановтың ғалим булараҡ иң уңышлы мәле ошо институтта эшләгән йылдарға тура килә. Ғайса Хөсәйенов башланғысында һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында ойошторолған, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тарихына ҡағылышлы боронғо баҫма һәм яҙма ҡомартҡыларҙы йыйып туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған археографик экспедицияларҙа әүҙем ҡатнаша, йыйылған материалдарҙы барлауға, системалаштырыуға, баҫтырып сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. Был йүнәлештә уның текстолог булараҡ иң ҙур уңышы итеп атаҡлы мәғрифәтсебеҙ, ХIХ быуат төрки һүҙ сәнғәте күгендә иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе сәсән-шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың әҫәрҙәре йыйынтығын әҙерләп сығарыуын күрһәтергә кәрәктер. Был китап — Аҡмулланың үҙ телендәге тәүге йыйынтығы. Һәм иң тулыһы: унда әҙиптең бығаса баҫылған китаптарында, айырым кешеләрҙең шәхси китапханаларында һаҡланған, археографик һәм фольклор экспедициялары, шәхси командировкалар барышында йыйып тупланған әҫәрҙәр ингән.
Минеңсә, шуныһы ла мөһим: текстолог Аҡмулла әҫәрҙәрен хәҙерге әҙәби телгә яраҡлаштырғанда ҙур оҫталыҡ менән эш итә, әҫәр контексындағы ғәрәп, фарсы йәки иҫке төрки һүҙҙәрен хәҙерге әҙәби телебеҙҙә ҡулланылғаны менән алмаштырғанда уларҙың тышҡы билдәләренә — яңғырашына, ижектәр һанына, логик һ.б. баҫымдарҙың тура килеү-килмәүенә генә ҡарамай, ә төп иғтибарҙы һүҙҙең мәғәнә төҫмөрөнә йүнәлтә, автор фекерен боҙмаҫлыҡ, уға хилаф килтермәҫлек итергә тырыша. Был телдәрҙе, Көнсығыш мәҙәниәтен, туғандаш халыҡтарҙың тарихын, этнографияһын, әҙәбиәт, фольклорын яҡшы белеүҙе талап итә.
Текстологик хеҙмәт 1981 йылда Ғайса Хөсәйенов фатихаһы менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Күптән көткән ваҡиға булды ул. Шулай ҙа ул башҡорт халҡына, донъяға Аҡмулланы башлап асты, тимәҫ инем. Уның исеме үҙе иҫән саҡта уҡ төрки донъяһында киң билдәле ине, хатта халыҡ хәтерендә ғәҙеллек даулап, мәғрифәтле яҡты киләсәккә әйҙәп йөрөгән бер легендар шәхес образы рәүешендә формалашҡайны. Заманында популярлығы менән уға тиңләшеүсе бик һирәк булғандыр. Шиғырҙарын яттан һөйләгәндәр, йәштәр уға эйәреп ижад иткән. ХХ быуат башында хатта “Мин — Аҡмулла” тип, ике тәгәрмәсле “ҡуян арбаһына” ултырып ауылдан ауылға уның исеменән шиғыр һөйләп йөрөүселәр табылған. 1911—1916 йылдарҙа Троицк ҡалаһында “Аҡмулла” исемле сатирик журнал да сыҡҡан.
Ә. Вилданов башҡарған эштең әһәмиәте икенсе нәмәлә. Заманында Аҡмулла: “Алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере булмаҫ, табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ”, — тип яҙған атаһына. Ысынлап та, ул сәскән шиғри гәүһәрҙәрҙең бик оҙаҡ ҡәҙере булманы. Улай ғына түгел, төрлө сәбәптәр табып, ҡағылды-һуғылды, ҡара мөһөр баҫылды, тыйылды. Тураһын әйткән туғанына ярамай шул.
Аҡмулланың түрәләрҙең яуызлығын, муллаларҙың наҙан­лығын күҙҙәренә бәреп әйткән фашлаусы шиғриәте күптәргә оҡшаманы. Уның “Зәр ҡәҙерен зәргәр белер” тигән һүҙҙәре лә бар. Йәғни аҫылташтың ҡәҙерен ошо аҫылташты эшкәрткән оҫта (ювелир) ғына белер, тимәксе. Шуның кеүек Ә. Вилданов та мәғрифәтсенән ҡалған “аҫылташтарҙы” йыйып, туп­лап, ҡулайлаштырып, һүҙлеген төҙөп, аңлатмалар менән баҫтырып сығарып, үҙендә хисапһыҙ күп төҫтәр балҡышын йыйған үҙенсәлекле бер гөлләмә итеп ойошторҙо — Аҡмулланың бөйөклөгөн бөтә донъяға күрһәтте.
Ниндәйҙер кимәлдә ошоноң да шауҡымы менәндер, 1981 йылда әҙиптең тыуыуына 150 йыл туласағын иҫләп, был юбилейҙы тотош Союз кимәлендә тантаналы итеп үткәреү идеяһы тыуҙы. Уны рәсми властар ҙа хупланы. Юбилей бөтә ил масштабында оло бер байрам һымаҡ уҙҙы. Һәр хәлдә бындай ыңғай ҡарашҡа, үҙ-ара аңлашыуға, фекерҙәр ауаздашлығына күнекмәгән йәмәғәтселек өсөн был ҙур шатлыҡлы яңылыҡ булды. Шул йылда Аҡмулла тураһында ике монографик хеҙмәт — Ә. Вилдановтың “Аҡмулла — ят ҡылыҡ йырсыһы”, Р. Шәкүрҙең урыҫ телендә “Звезда поэзии” тигән китаптары баҫылып сыҡты. Мәскәүҙең “Наука” нәшриәтендә Ә. Вилданов менән Ғ. Ҡу­на­финдың “Башкирские просветители-демократы ХIХ века” исемле монографияһы донъя күрҙе.
Күренекле ғалим Әхәт Ханнан улы Вилданов әҙәбиәтебеҙ күген киңәйтеүҙә, уның халыҡ-ара даирәлә таралыуында, популярлашыуында үҙенең дә лайыҡлы өлөшө барлығы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
1982 йылда Ә. Вилданов уҡытыу эшенә күсә. Шунан бирле уның бөтә эшмәкәрлеге башҡорт филологияһы буйынса юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә бағышлана. 1984—1990 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек бүлеге мөдире, 1995—1996 йылдарҙа – башҡорт филологияһы факультетының деканы, 1993—2004 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. Ун йыл кафедра доценты сифатында лекциялар уҡый.
Пединститутҡа күсеү менән уның эшмәкәрлеге ғилми-методик йүнәлеш ала — һәр төрлө программалар төҙөү, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр яҙыу менән билдәләнә. Уның күренекле тел ғалимы Вәкил Хажин менән берлектә урыҫ мәктәптәренең V–VI кластары өсөн яҙылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслектәренең хәҙер инде бишенсе баҫмаһы ғәмәлдә. Зәки Вәлиди Туғандың “Төрк вә татар тарихы” исемле хеҙмәтенең башҡортса, Ғайса Хөсәйеновтың “Дауыт Юлтый тормошо һәм ижады” тигән китабының урыҫ телендә уның тәржемәһендә баҫылып сығыуы ла ошо йүнәлештә башҡарылған эш.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында эшләгән уҡытыусыларҙан, унда уҡып йөрөгән студенттарҙан Әхәт Вилданов тураһында һүҙ сыҡһа, тик ыңғай, маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә. Был, ысынлап та, хаҡтыр. Шундай факт та билдәле: 1997 йылда булһа кәрәк, профессор Самат Мөхәмәтйәнов башҡорт филологияһы факультетының һуңғы курсы студенттарынан анкета тултырта. Ундағы “Һеҙҙеңсә, кем вуз уҡытыусыһының идеалына тура килә?” тигән һорауға 30-ға яҡын студент Әхәт Ханнан улын күрһәткән.
Әхәт Ханнан улының иң ҙур ҡаҙанышы — өс тиҫтәнән ашыу йылда ул уҡытып сығарған юғары квалификациялы белгестәр. Улар меңдәрсә. Барыһы ла остаздарының эшен дауам итә — республикабыҙҙың төрлө төбәгендә урта, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында, төрлө ойошмаларҙа, мәғариф учреждениеларында. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, үҙ һөнәрҙәренә, әҙәбиәт уҡытыусыһы алдында торған изге бурысты — йәш быуында әҙәп тәрбиәләүҙе, ҡараштар системаһын формалаштырыуҙы намыҫ менән үтәйҙәр. Остаз өсөн иң ҡәҙерлеһе шулдыр.
Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Әхәт Ханнан улы Вилданов үҙенең олпат юбилейын билдәләне. Әҙәп тәрбиәләгән әҙәбиәтсегә, әҙәп тәрбиәләгән әҙәбиәт уҡытыусыларының абруйлы остазына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңы ижади уңыштар теләйек.

Рәүеф Шаһиев,
филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.


(Аҙағы. Башы 176-сы һанда).


Вернуться назад