...Ә урамдар ялтырап ята13.09.2014
...Ә урамдар ялтырап ята
“Махсус автохужалыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Салауат ҡалаһында 2006 йылдан алып эшләй. Ул ҡала урамдарындағы сүп-сарҙы сығара, төҙөкләндерә, йәйен-ҡышын урам-тротуарҙарҙы таҙарта. Ҡаланың газондарын да йыйыштыралар, юлдарҙағы ҡойоларҙы ла сүп-сарҙан арындырып торалар. Урамдарға капиталь ремонт яһау ҙа улар иҫәбендә. Хужалыҡтың төп маҡсаты — тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлау.


Әлеге көндә ҡала урамдарын йы­йыштырыуҙа яңы технология ҡулланалар. Ойошманың техникаһы бик бай: уларҙың бульдозеры, грейдеры, ҡом һипкесе, урам йыуҙырғыс машиналары, сүп-сар ташыу өсөн 26 йөк автомобиле бар. Һәр торлаҡ-эксплуатация участкаһы менән килешеү төҙөлгән. Контейнер һауыттарын ваҡытында алмаштыралар. Санитария ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тырышалар, эштәрен ваҡытында баш­ҡа­- ралар. Ғөмүмән, маҡтауға лайыҡ улар. Сүп-сар ҙа график буйынса сығарыла, көнкүреш ҡалдыҡ­тары 12 километр йыраҡлыҡтағы полигонға түгелә.
Ҡала урамдарында машина күп йөрөгәнгә, юлдарҙы төҙөкләндереү бик ауырға тура килә. Ремонт урындарына ҡулайлаштырылған махсус техника беркетелә, һәр эш график буйынса алып барыла.
Автохужалыҡ етәксеһе Юрий Кирилов (һүрәттә), Салауат индустриаль колледжын тамамлап, техник хеҙмәтләндереү, автомобиль ремонтлау һөнәренә эйә, ­ Башҡорт­остан Президенты ҡара­­мағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Ошо өлкәлә 30 йылдан ашыу хеҙмәт итә. “Рәсәйҙең почетлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” тигән исемгә лә лайыҡ булған.
Коллективта бик уңған хеҙмәт­кәрҙәр эшләй, шуға күрә бында үҙ бурысын яҡшы кимәлдә атҡаралар.
Быйыл һигеҙ айҙа йөкләмәне уңышлы үтәнеләр. Эш күләменең сифаты юғары квалификациялы бел­гестәрҙең тырышлығына, яҡшы техникаға һәм тәжрибәле булыуға бәйле. Мәҫәлән, Василий Горин 15 йыл участка начальнигы булып эшләй. Шул тырышлығы өсөн ул Рәсәйҙең почетлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. 16 йыл рәттән үҙ эшенә тоғро хеҙмәт итеп, участка начальнигы кимәленә күтәрелгән, әле лә йәш быуынға тәжрибә уртаҡ­ла­шыуын дауам иткән Айҙар Саҙи­ҡовты ла телгә алмау мөмкин түгел.


Вернуться назад