“Халыҡ өсөн эшләйбеҙ, киләсәк өсөн тырышабыҙ”13.09.2014
“Халыҡ өсөн эшләйбеҙ,  киләсәк өсөн тырышабыҙ”
Салауатҡа Ҡала көнөндә барҙыҡ. Былай ҙа матур, таҙа, төҙөк ҡала әкиәттәге ише ҡаршы алды — аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән аллеялар, сағыу шарҙар, пар аттарҙа елдергән йәштәр, йыр-моң, шат йөҙҙәр. Урын­дағы оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмәләр ҙә ойошторолған. Ә унда ни­мә генә юҡ! Әҙәм балаһының фан­тазияһына иҫең китер. Журналист хал­ҡы байрамға ла ҡәләм, блок­нот­һыҙ йөрөмәй ғәҙәттә. Беҙ ҙә “йоланы” боҙманыҡ. Халыҡ күңел асҡан арала ҡала хакимиәте башлығы Фәрит ҒИЛ­МАНОВтың янына ашыҡтыҡ. Сала­уат­тарҙың тотороҡло, етеш тормошо хаҡында күптән хәбәрҙар булһаҡ та, дәлилдәрҙе етәксенең үҙенән ишетке килде.

— Фәрит Фәррәх улы, байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Салауаттарҙың кәйефенән үк эштәрегеҙҙең “көйөн” һиҙеп торабыҙ.
— Рәхмәт! Ысынлап та, маҡтанырлыҡ уңыштарыбыҙ, ғорурланырлыҡ ҡаҙа­ныш­­тарыбыҙ байтаҡ. 2012 йылғы күр­һәткестәргә таянып, “Урбаника” Тер­ри­ториаль планлаштырыу институты 250 эре сәнәғәт үҙәгенең рейтингын төҙө­гәйне. Салауат исемлектә, 168,8 миллиард һум күләмендә етештереү һөҙөмтәһе менән, 39-сы баҫҡыста килә. Беҙ күрше өлкәләрҙе генә түгел, Красноярск, Новосибирск, Ярославль, Төмән, Ырымбур, Иркутск һәм Владивосток кеүек ҡа­ла­ларҙы ла уҙып киттек. Ә 2013 йыл һөҙөм­тәләренә ярашлы, ҡалабыҙ етеш­­- те­релгән тауар күләме буйынса — республикала Өфөнән ҡала икенсе урында.
— Иҡтисади тотороҡлолоҡ ҡала­ның йөҙөндә лә сағыла. Йорттар, ихаталар төҙөк, урамдар таҙа, ял урындары, парктар күҙҙең яуын ала...
— Эйе, төҙөкләндереүгә көсөбөҙҙө лә, сығымдарҙы ла йәлләмәйбеҙ. Ике йыл рәттән “Башҡортостандың иң төҙөк ҡалаһы” республика конкурсында приз­лы урындан ҡалған юҡ. Иң мөһиме – тырышлығыбыҙҙы халыҡ күрә —һаҡсыллыҡ, тәрбиәлелек һаҡлай.
— Ғәҙәттә, төбәктең тормош сифатын халыҡтың йәшәү кимәле бил­дәләй. Һеҙгә килер алдынан һандар менән танышып ултырҙым: баҡтиһәң, Салауат республикала эшһеҙлек кимәле иң түбән булған ҡала икән.
— Эйе, был мәсьәлә һуңғы өс йылда төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Халыҡты эш менән тәьмин итеү, уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү иҡтисади күрһәткес өсөн генә кәрәкмәй. Тәү сиратта ғаиләләр, балалар яҙмышы хәл ителә. Шуға күрә инвестициялар йәлеп итеүҙе, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе заман талабы тип ҡабул ҡылабыҙ. Ҡайһы бер проекттар 2011 – 2015 йылдарға иҫәп­ләнгән социаль-иҡтисади үҫеш програм­маһына ла индерелгән. Салауат ин­вес­тор­ҙар өсөн дә ылыҡтырғыс төбәк һанала. Шуға күрә беҙ бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмай, яңы предприятиелар асыуға, хеҙмәт урындары бул­дырыуға ныҡлы нигеҙ һалырға ты­ры­шабыҙ. Һөҙөмтә лә юҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа эшһеҙлек кимәле 1,2 проценттан 0,7-гә төштө. Ҙур-ҙур һандар юҫығында, бәлки, күп тә түгелдер. Әммә һүҙ айырым ғаиләләр, балалар хаҡында барғанда был үҙе бер еңеү, минеңсә.
— Салауатта социаль төҙөлөш тә иғтибар үҙәгендә. Хатта республика кимәлендә сағыштырып ҡарағанда ла иң күп инвестиция йәлеп итеү һеҙҙең иҫәпкә тура килә түгелме?
— Эйе, ҡалала төҙөлөш туҡтағаны юҡ, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Әле һуңғы ике йылда ғына ял паркы, спорт комплексы, “Нефтехимик” спорт һарайы, “Спутник” балалар һауыҡтырыу лагеры һәм башҡа учреждениелар төҙөкләндерелде. Ике балалар баҡсаһы оҙаҡламай үҙ ишек­тәрен асасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы яңылығыбыҙ бар — оҙаҡ ҡына төҙөлмәй торғандан һуң күп йүнәлешле дауаханала эштәр йәнлән­дерелде. Бынан тыш, гемодиализ үҙәге сафҡа инде, Рәсәйҙә иң яҡшыһы һанал­ған Ҡала балалар дауаханаһы төҙөк­ләндерелде. Йорттар төҙөүгә лә сы­ғым­дарҙы йәлләмәйбеҙ. Былтыр, әйтәйек, дөйөм майҙаны 32 мең квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ файҙа­ланыуға тапшырылды.
— Белеүемсә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе һеҙҙең ҡала халҡын да урап үтмәне. Уларҙың проблемалары нисек хәл ителә?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдаҡсылар ҡапҡанына эләккәндәр булды шул. Бөгөн иһә был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде.
— Һуңғы ваҡытта “Салауат — спорт ҡалаһы” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был халыҡтың йәшәү рәүешенә бәйлеме, әллә башҡа сәбәптәр ҙә бармы?
— Спорт элек-электән салауаттар өсөн йәшәү мәғәнәһе булды. Ҡалала ойошторолған спорт саралары буйынса ла, был тармаҡтағы төҙөлөш объект­тарының һанын һәм әһәмиәтен иҫәпкә алғанда ла, Салауатҡа тиңләшеүсе һирәк. Әйтәйек, беҙҙә Башҡортостандың көньяҡ райондарында тиңе булмаған, донъя стандарттарына ярашлы йыһазландырылған спорт ҡоролмалары байтаҡ: “Салауат” спорт-концерт комплексы, “Алтын балыҡ” бассейны, “Нефтехимик” спорт һарайы, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадион, “Алмаз” йөҙөү бассейны. Быларҙы мин һан артынан ҡыуған өсөн әйтмәйем. Уларҙың һәр ҡайһыһы — балаларҙың, ололарҙың, йәштәрҙең яратып йөрөгән урыны.
— Мәғариф тармағы хаҡында һүҙ сыҡһа, күп етәкселәр ҡулайлаш­ты­рыу мәсьәләһен нисек тә урап үтергә тырыша. Һеҙҙең осраҡта был үҙгә­рештәрҙе халыҡ нисек ҡабул итте?
— Мәғариф системаһындағы һәр яңылыҡты элек-электән ата-әсәләр менән бергә хәл итергә күнеккәнбеҙ. Шуға был осраҡта ла баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйылманы. Һәр ата-әсәнең фекере иҫәпкә алынды. Ә ҡулайлаштырыу һө­ҙөм­тәһендә экономияланған аҡса уҡы­тыусыларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыуға йүнәлтелде.
— Ишетеүемсә, һеҙҙең уҡыусылар хәҙер Рәсәйҙә билдәле мәктәптәрҙә уҡый...
— Эйе, былтыр 1-се гимназия “Рәсәй­ҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” исемлегенә инде, 1-се лицей “Электрон мәктәп” республика форумының 20 еңеүсе мәктәбе иҫәбендә, ошо уҡ белем усағы “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы белем биреү үҙәге” тип тә танылды. Ҡыҫҡаһы, ҡалала хеҙмәт, белем алыу, спорт менән шөғөл­ләнеү, ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Халыҡ өсөн эшләйбеҙ, киләсәк өсөн тырышабыҙ.
— Төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


Вернуться назад