Урау булһа ла юл яҡшы... Юл аҙабы – гүр ғазабы... Әйтем-мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, халыҡ юҡҡа ғына был мәсьәләгә шул тиклем иғтибар бирмәгән. Өйөңдән сығып, ҡайҙа ғына йүнәлһәң дә, аяҡ аҫтының хәл-торошо мөһим әһәмиәткә эйә шул.
Бынан тыш, юлды бер тапҡыр һалдың да эш бөттө тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, ваҡыт-ваҡыт япманы йүнәтеп-рәтләп, ҡабаттан түшәп торорға кәрәк. Ә беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында юл тиҙ эшлектән сыға. Шуға күрә лә юл ремонтлау-төҙөү ойошмаларының хеҙмәтенә ихтыяж айырыуса ҙур.
Республикабыҙҙа әүҙем эшләгән шундай идаралыҡтарҙың береһе – Саҡмағошта. Көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдан иң төпкөл ауылдарға ла михнәт күрмәй генә барып етеү, заманса ныҡлы күперҙәр аша уҙыу – булдыҡлы етәкселәрҙең, тырыш эшселәрҙең үҙ бурысына яуаплы ҡарауынан.
Етмешкә яҡын кешене берләштергән ойошманың матди-техник базаһы ныҡлы: ҡеүәтле техника, уның өсөн йылы гараж бар, ер аҫты АЗС-ы төҙөлгән, махсус лаборатория эшләй, цехтар заманса йыһазландырылған. Ә асфальт менән бер түгел, ике завод тәьмин итә. Трактор, машиналар көйлө, тауар сифаты яҡшы, етештереү ҡеүәте лә артҡандан-арта. Һөҙөмтәлә Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы “Башкиравтодор” предприятиеһының табышлы хеҙмәт күрһәткән филиалдарының береһе булып һанала.
Һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә күп урамдар, биләмә аша уҙған республика әһәмиәтендәге юлдар төҙөкләндерелгән. Әлеге мәлдә Шишмә – Языков – Саҡмағош йүнәлешендә эш гөрләй. Уның өс километры һалынған да инде. Ә көн-төн тир түккән ир-ат өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Көнкүреш бүлмәләре бөхтә, йылы һыу ҙа бар. Йыуынып, туҙанлы эш кейемеңде таҙаһына алмаштырып, әҙәм рәүешендә өйгә йүнәлергә була. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Уртаса айлыҡ күләме 28 мең һумға яҡын. Өҫтәүенә шифаханаға барып ял итергә мөмкин, сәләмәтлеген нығытырға теләгәндәргә юллама хаҡының бер өлөшөн ойошма ҡаплай. Төрлө тормош мәшәҡәте айҡанлы матди ярҙам да күрһәтелә.
Бында тәжрибәле өлкән йәштәгеләр ҙә, яңы эш башлаған йәштәр ҙә байтаҡ. Быуындар күсәгилешлеге һаҡлана, тимәк. Улар араһынан бигерәк тә шоферҙар Альберт Хәбибуллин, Илнур Сөләймәнов, Илшат Солтанов, Владик Шайморатов, Альберт Әхмәҙуллин, Илдус менән Илвер Әғзәмовтарҙы, механизаторҙар Рикамис Хисамов, Рвинат Кирәев, Фидәрис Вәлиуллин, Рафаил Фәтхетдиновты, асфальт етештереүселәр Фәнис Сәмиғуллин, Айрат Ғәлиевте, мастерҙар Әҙһәм Нәбиуллин, Фларит Сәмиғуллин, Рафаэль Мостафинды, баш инженер Марат Мусинды телгә алып китеү урынлы булыр.
Ә был лайыҡлы коллектив менән ике тиҫтә йылға яҡын инде Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Риф Хәбибрахман улы Мусин етәкселек итә. Ул тәүҙә Өфөлә индустриаль техникумын, унан Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Тиҫтә йыллап Ҡырмыҫҡалы районында урман хужалығында эшләй. Артабан тыуған яҡ үҙенә тарта.
Илһамлы хеҙмәт – илгә ҡеүәт, тиҙәр. Ошо районда тыуып үҫкән ир-уҙаман һөнәрен дә, яҡташтарының мәшәҡәт-хәстәрен дә биш бармағындай белә, шуға эште дөрөҫ итеп ойоштороуға өлгәшкән. Һәр нәмә сәғәт кеүек теүәл барғанда ғына һәйбәт һөҙөмтәгә ирешеп булғаны көн кеүек асыҡ. Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тураһында тап шулай әйтергә мөмкин. Ә инде иң ҙур баһа был тарафҡа сәфәр сығыусыларҙың, төҙөклөгөнә һоҡланып: “Их, юлдары, юлдары!” – тип ҡәнәғәтлек белдереүен ишетеүҙер.