“Рәсәй почтаһы” унитар предприятиеһында ҙур үҙгәрештәр көтөлә, бәлки, шунан һуң матбуғат таратыуҙағы әлегеләй күңелде ҡырған хәлдәр күҙәтелмәҫ тип өмөтләнеп, гәзит уҡыусыларҙы ла ышандырып киләбеҙ.
Үҙгәрештәр, ысынлап та, буласаҡ һәм көтөргә лә күп ваҡыт ҡалмай. Июндә “Рәсәй почтаһы” предприятиеһын асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү тураһындағы закон проекты ил Хөкүмәте ултырышында ҡаралып хупланғайны. Әле ошо документ Дәүләт Думаһына тапшырылған.
Рәсәй коммуникациялар һәм элемтә министры Николай Никифоров әйтеүенсә, акционерлаштырыу хаҡындағы закондың көҙгө сессияла уҡ ҡабул ителеүе ихтимал. Шулай Хөкүмәт предприятиеға инвестиция йәлеп итеү өсөн мөмкинлек тыуҙырырға ниәтләй. Ә әлеге ойоштороу-хоҡуҡи формаһы “Рәсәй почтаһы”ның үҫешен тотҡарлай тип иҫәпләйҙәр.
Акционерлаштырыуҙы 2016 йыл башына тамамламаҡсылар. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев әйтеүенсә, бынан һуң да “Рәсәй почтаһы” тулыһынса дәүләт ҡарамағында ҡаласаҡ, йәғни хосусилаштырылмаясаҡ.
Үҙгәртеп ҡороуын-ҡоралар, һөҙөмтәһе ни күрһәтер? Һәр хәлдә почта элемтәһе тармағына хөкүмәт етәкселегенең иғтибары артыуы һәйбәт.