– Вассермандың күкрәксене ете килограмм тарта, тип яҙалар. Шул ысынмы?
– Һеҙ уҡыусы балаларға Интернет зарарлы тинегеҙ. Ә үҙегеҙ заман селтәре менән йыш ҡулланаһығыҙмы?
Баш ҡалала асылған “Фән фестивале”нең мәртәбәле ҡунағы Анатолий Вассерманға уҡыусылар, студенттар, хатта уҡытыусылар ҙа һорау артынан һорау яуҙырҙы. Рәсәйҙең иң уҡымышлы кешеләренең береһе Анатолий Александрович уларҙың һәр ҡайһыһына ҡыҙыҡлы һәм фәһемле яуап ҡайтарҙы.
Башҡортостандың Фәндәр академияһы, төбәктең Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды, республиканың билдәле уҡыу йорттары үткәргән саралар ҡаланың бер нисә майҙансығында үтте. Уларҙа йәмғеһе 15 – 20 мең тирәһе кеше ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡлы химик һәм физик тәжрибәләрҙә, ғилми бәйгеләрҙә ҡатнаша алды. Студенттар өсөн биотехнологиялар, нанотехнологиялар буйынса тематик секциялар ойошторолдо. Улар алдында шулай уҡ билдәле ғалимдар лекциялар менән сығыш яһаны. Йәш белгестәр һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелде.
«Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйылдан Сәйетов студенттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы нәшриәттең эшмәкәрлеге, пландары менән таныштырҙы. Ойошма егерме йыл эсендә тиҫтәнән ашыу энциклопедия, 60-тан ашыу баҫма нәшер иткән. Комплекс шәжәрәләр эшләү, башҡорт һәм инглиз телдәренә тәржемә итеү, һүҙлектәр, белешмәләр, фәнни хеҙмәттәр сығарыу, әҙәби редакторлау кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Фән менән шөғөлләнеүҙең абруйын арттырыу өсөн бындай сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балаларҙың күҙҙәрендә янған ҡыҙыҡһыныуҙы күреү ҡәҙерле!