Депутат тәҡдиме13.09.2014
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова БДУ-ның Хоҡуҡ институтындағы юридик факультет студенттары менән берлектә “Антиспайс” акцияһын ойоштороу тәҡдимен индерҙе.


Сараның маҡсаты — наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү, ошо афәткә кире мөнәсәбәт тыуҙырыу. Ойоштороусылар теләге булған һәр кемде акцияға ҡушылырға саҡыра.
– Сәләмәт йәмғиәткә битараф булмағандарҙың барыһы ла ҡала урамдарына сығып, наркотик рекламаһын буяй ала, — тине Руфина Шаһапова. — Беҙ йәмәғәтселекте “тоҙҙар һәм микстар” һатыуҙы рекламалаған яҙыуҙарҙы бөтөрөүгә йәлеп итергә теләйбеҙ.




Вернуться назад