Төбәк үҫешенә яңы ҡеүәт13.09.2014
Төбәк үҫешенә яңы ҡеүәт
“Башҡорт сода компанияһы” илдә беренселәрҙән булып яңы экологик ҡорамал ҡуллана башланы.

Быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән, тауары менән киң билдәлелек яулаған, ҡеүәтле сәнәғәт магнаттарының береһе әле мөһим проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш алып бара. Әйткәндәй, сафҡа ингән яңы ҡоролманың хаҡы – 600 миллион һум тирәһе. Ул сода етештергәндә сыҡҡан ҡалдыҡты – дистиллер шыйыҡсаны – фильтрлау өсөн тәғәйенләнгән. Электрға киткән сығымдарҙы аҙайтыу йәһәтенән дә отошло, азот, кислород етештереү кимәлен дә арттырасаҡ.
Шулай уҡ компанияның “Каустик” производствоһында һауа таҙартыу ҡорамалы “эшкә егелгән”. Ойошманың ике проектына ла инвестиция аҡсаһы йәлеп ителгән.
– Был проекттар республикалағы инвестиция сәйәсәтен йәнә бер баҫҡысҡа күтәрәсәк, төбәктең үҫешенә этәргес бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов фильтрлау ҡоролмаһын тоҡандырыу тантанаһында.


Вернуться назад