“Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 2011 йылдың башында күпләп социаль фатир төҙөү һәм республика халҡының торлаҡ мәсьәләһен һөҙөмтәле хәл итеү маҡсатында булдырылғайны. Фонд ярҙамында йыл һайын 3 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөп, файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылды.
Үткән бер йылда күҙаллаған саралар тормошҡа ашырылғанмы, торлаҡ баҙарында ниндәй үҙгәреш һиҙелә, ниндәй проблемаларҙы хәл итәһе бар? Фондтың попечителлек советы Республика йортонда үткәргән ултырышта һөйләшеү ошо мәсьәләләргә арналды.
Ултырышты асып, Башҡортостан Президенты торлаҡ төҙөлөшө проблемаһының әле һаман көнүҙәк булыуын билдәләне. Мөрәжәғәттәрҙең 40 проценттан ашыуы тап ошо мәсьәләгә бәйле булыуын, ил төбәктәре араһында бер кешене торлаҡ менән тәьмин итеүҙең уртаса күрһәткесе буйынса республиканың — 60-сы, “миллионлы” ҡалалар араһында Өфөнөң иң һуңғы урындарҙа икәнлеген әйтеп, эштең һаман да яй барыуын күрһәтте.
Әле төбәгебеҙҙә 64 мең самаһы кеше торлаҡҡа мохтаж тип танылған. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, был республикалағы бер ҡала халҡына тиң. Йәш ғаиләләрҙең 28500-ө фатирлы булыуҙы көтә. Социаль торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев әйтеүенсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың һәр береһе хаҡында аныҡ мәғлүмәт бар, иҫәпкә алынған һәм берҙәм электрон база булдырылған. Һөҙөмтәлә сират мәсьәләһендә тәртип урынлаштырылған. Быйыл йыл башына 80811 ғариза ҡаралған, 63849 кеше иҫәпкә ҡуйылған. 2012 йылда 69 мең квадрат метрҙан ашыу социаль торлаҡ төҙөү планлаштырылған.
Социаль торлаҡ төҙөү өсөн ер майҙаны табыу — тәү сираттағы проблема. Президент төҙөлөш күләмен арттырыу кәрәклеген белдерҙе, сөнки торлаҡҡа хаҡ күтәрелеүе тап ихтыяждың артыуына, тәҡдимдең ҡәнәғәтләнерлек булмауына бәйле. Быйыл республикала 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш, ә 2015 йылға уның күләмен 3,7 миллион квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған. Әле йылына ике миллион квадрат метр самаһы менән генә сикләнелә.
Рөстәм Зәки улы төҙөлөш өлкәһендәге хәлде мотлаҡ үҙгәртеү кәрәклеген белдерҙе, сөнки ихтыяж ҙур, айырыуса мохтаждарҙы торлаҡлы итеү өсөн генә лә 3,5 миллион квадрат метр самаһы майҙан тәшкил иткән 60 меңдән ашыу фатир талап ителә.
М. ХАРИСОВА.