“Йома” тапшырыуы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Халҡыбыҙ өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: ҡатмарлы заманда дингә етәкләп алып килгән, дөрөҫ юл күрһәтеп барған көстәрҙең береһе ул.
Быйыл “Йома”ның эш башлауына – 20 йыл. Шул уҡ ваҡытта 4 октябрҙә уның меңенсе сығарылышы көтөлә. Ошо йәһәттән Ҡорбан байрамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бер көнлөк эфиры тулыһынса дини тапшырыуға арналасаҡ. Тамашасы “Йома”ның тарихы, алып барыусылары, элекке һәм хәҙерге сығарылыштары хаҡында һәм башҡа бихисап мәғлүмәт алыр.