Хәйҙәр Тапаҡовты күптән белһәм дә, яҡындан танышыуым ул Сибайға килеп “Ирәндек” лицейында уҡыта башлағас булды. Күп яҙыша, хикәйәләре, повестары әленән-әле донъя күреп тора. Тулы һыулы йылға шым аға тигәндәй, Хәйҙәр шапырынмай ғына яҙа ла яҙа. Әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемалар, уның геройҙары беҙҙең төбәк ауылдары һулышын сағылдыра. Күренеп тора: әҙип ауыл тормошон яҡшы белә, уға бөтә күңелен һалған, уның хәсрәте менән яна. Борсолған-уйланғандарын төбәгебеҙҙең “Атайсал”, “Ауыл уттары” гәзиттәре аша әйтеп бара.
Яҙғандары төплө, дәлилле, “барҙым-күрҙем”гә ҡоролмаған. Быға мин, Хәйҙәрҙең “Утоли мои печали...” (“Тарат әле моңһоу уйҙарымды...”) тигән мәҡәләләр тупланмаһын уҡып сыҡҡас, тағы ла нығыраҡ инандым. Йыйынтыҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендә төҙөлгән. Яҙыусының тел, стиль сараларына оҫта мөрәжәғәт итеүе, һәр һүҙенең күтәрелгән мәсьәләне сисеүгә йүнәлтелеүе асыҡ ярылып ята.
Бына, мәҫәлән, “Нигеҙ ташы” исемле мәҡәләһенән башлайыҡ һүҙҙе. Автор тыуған ауылы Һабырҙан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Шәмсетдин хаҡында хәтер ебен һүтә. Бынан дүрт-биш тиҫтә йыл элек мөрйәләренән төтөн борҡотоп ултырған ауыл һүнгән, әрем-кесерткән баҫҡан, урыны-урыны менән нигеҙ таштары ғына элекке тормош тарихын күңел һыҙлатып күрһәтеп ята... “Киләсәкһеҙ” мөһөрөн алған Ҡәрйән, Ҡырым утары, Ураҙғол, Әлмөхәмәт... Һанай китһәң, ундайҙар бихисап.
Минең тыуған районым Хәйбуллала 30-лап ауыл юҡҡа сыҡты, нигеҙҙәре ҡәбер ташы һымаҡ һерәйеп ятып ҡалды. Хәйҙәрҙең мәҡәләһен уҡығас, күптәр: “Ниңә шуларҙы ил Президентына яҙып ебәрмәйһең?” – ти. “Башҡортостан” телевидениеһы тапшырыуында алып барыусы ла шундайыраҡ һорау биргәйне. “Былай барһаҡ телһеҙ, әҙәбиәтһеҙ, мәҙәниәтһеҙ тороп ҡалырбыҙ әле”, – тип яуап бирҙем уға”. Әрнеп-әсенеп әйтте Хәйҙәр был һүҙҙәрен.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре менән әленән-әле сығыш яһай “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов. Йыйынтыҡҡа ингән яҙмалары ла, бөгөн яҙа барғандары ла ижадсының оҫта ҡәләмле булыуы тураһында һөйләй. Әйтәйек, “Кеше тыуҙырыуға” тигән һүрәтләмәһендә Хәйҙәр Тапаҡов үҙе фельдшер булып эшләп йөрөгән саҡтағы ваҡиғаны тәфсирләй, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының проблемаларын, әсәлекте-балалыҡты яҡлауҙың мөһимлеген, яуаплылығын күрһәтә. Был мәҡәлә, әлбиттә, ваҡытында тәьҫирһеҙ ҡалмағандыр, сиселешен тапҡандыр, тимәксемен.
“Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире булараҡ та, журналист булараҡ та яҙғандары уҡыусы күңеленә үтеп инә, йәмәғәтселекте үҙенә ылыҡтыра, уйланырға мәжбүр итә. “Ҡыҙ баланы ҡыҙғанам...” мәҡәләһендә, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ проблемаһын күтәрә, уларҙы яҡларға, һаҡларға, бөйөклөккә күтәрергә саҡыра. Сөнки ҡыҙ бала – илдең киләсәге, буласаҡ әсә... Йыйынтыҡҡа исем биргән “Тарат әле моңһоу уйҙарымды...” тап шул юғары фекерҙе ҡеүәтләй. Китапҡа ингән 39 мәҡәләнең һәр береһенең үҙ тауышы, маҡсаты бар.
Һүҙҙе йомғаҡлап, Хәйҙәр Тапаҡовтың “Утоли мои печали...” мәҡәләләр йыйынтығын Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына тәҡдим итеү бик ваҡытлы, тип әйтке килә. “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, талантлы журналист һәм яҙыусы уға лайыҡ.
Шәйхелислам Айсыуаҡов,
журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.