Шатлығы ла, һағышы ла – ауыл12.09.2014
Шатлығы ла, һағышы ла – ауыл
Исеме журналис­тикала киң билдәле ҡәләм оҫтаһы Олег Төхвәтуллинды республика гәзиттәренә яҙышҡан мәктәп уҡыусыһы ваҡытынан уҡ беләм. Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул урта мәктәбен тамамлағас, армияға ҡәҙәр урындағы “Ленин байрағы” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгәнен дә хәтерләйем. Үҫмер йылдарынан уҡ гәзит “ене” ҡағылған егеттә матбуғат көсөнөң тәьҫирен, һүҙҙең тәмен тойоу һәләте һиҙелә ине.


“Кызыл таң” гәзитенә Олег Нәжип улы әҙер, титуллы журналист булып килде. Уны гәзиттәге иң яуап­лы – республика иҡтисадының аграр секторы эш­­мә­кәрлеген яҡтыртҡан бүлеккә тәғәйенләнеләр. Тармаҡтағы мәсьәләләр бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтманы. Журналист Олег Төхвәтуллин әлеге “фронт”та ла үҙен ҡәләм оҫтаһы булараҡ ҡына түгел, ә күп яҡлы белгес итеп тә күрһәтә алды. Тармаҡтың нескәлектәренә төшөнөү артыҡ ауыр ҙа булмағандыр: ауыл малайы, танылған көнбағышсы улы бит ул!
Һуңғы йылдарҙа Төхвәтуллиндың журналислыҡ эшмәкәрлеге айырыуса емешле булғандыр, тип уйлайым. Көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемалы яҙмалары гәзит уҡыусыларҙа ғына түгел, министрлыҡ, ведомство, ойошма етәкселектәрендә лә төрлө фекер уятты, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Быны редакцияға килгән хаттар ҙа дәлилләй. Олег Нәжип улы көнүҙәк темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштора, һәр саҡ халыҡҡа яҡын булырға ынтыла. Республика халҡын күберәк үҙебеҙҙең продукция менән тәьмин итеү мөһимлеге мәсьәләһен күптән күтәреп сыҡҡан журналист ул. Был йәһәттән белгестәрҙең, тармаҡ етәкселәренең, гәзит уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә таянып, быйыл ғына тиҫтәләрсә мәҡәлә әҙерләне.
Олег Төхвәтуллиндың “Шатлығым да, һағышым да һин – ауыл” тигән китабын иғтибар менән уҡып сыҡтым. Аналитик мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, төрлө йылдарҙа яҙылыуына ҡарамаҫтан, әлеге көн һулышына ауаздаш. Үҙен аграр журналист булараҡ танытһа ла, Олег ауыл менән генә сикләнмәй: геройҙары араһында хәрбиҙәр ҙә, артистар ҙа, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бар. Былар һәммәһе лә – “Кызыл таң”дың тәжрибәле журналисының тырыш, өлгөлө хеҙмәте емеше.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Олег Төхвәтуллиндың респуб­ликаның мәртәбәле премияһына тәҡдим ителеүен, һис шикһеҙ, хуплайым, һәм ул быға лайыҡ тип иҫәпләйем. Ысын аграр журналисҡа бындай баһа гәзит уҡыусылар өсөн дә ҙур һөйөнөс булыр, тигән фекерҙәмен. Ышанам: журналист Олег Төхвәтуллин һөнәренә тоғролоғон мәңге һаҡлар.

Рауил КАРАМОВ,
Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад