Автомобилде нисек ҡайтарырға?12.09.2014
1. Өфөлә машинағыҙ үҙегеҙ ҡалдыр­ған урындан юҡҡа сыҡһа, 237-02-02 йәки 237-84-80 һандарын йыйып, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтендәге дежур бүлеккә хәлде аңлатығыҙ, автомобилдең маркаһын, моделен, дәүләт номерын, шулай уҡ ҡалдырған урынды әйтеп бирегеҙ.
2. Парковка ҡағиҙәләрен боҙған өсөн машинағыҙҙы штраф ҡуналҡаға алып китһәләр, һеҙгә уның адресын әйтерҙәр. Был ҡуналҡаға барып, транспорт сараһын һаҡлауға ҡабул итеү актының күсермәһен алырға кәрәк. Машинағыҙҙы ентекләп тикше­регеҙ: йәмшәйгән, сыйылған урын­дары юҡмы? Был эште баш­ҡарған компаниянан транспорт­тың эва­куа­ция­ға тиклемге фотоһын һорап алыр­ға ла мөмкин.
Штрафҡуналҡаларҙа (Пархоменко урамы, 313/1 йәки Трамвай урамы, 2а) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем юл-патруль хеҙмәте инспек­торҙары дежурҙа тора. Улар мәғлүмәт­тәр базаһы аша машинаны тикшергәндән һуң уны ҡайтарыуға рөхсәт бирә.
3. Машинағыҙ киске 8-ҙән һуң эвакуацияланһа, штрафҡуналҡанан алынған ҡабул итеү актын тотоп ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтенә (Урман техникумы урамы, 20/1) бары­ғыҙ. Бында протокол төҙөү йәки административ тәртип боҙоу тураһында ҡарар сығарыу өсөн 1-02-се йәки 1-05-се кабинеттарға мөрәжәғәт итегеҙ.
4. Ошо документтар менән штраф­ҡуналҡаға барып, эвакуация һәм автомобилде һаҡлау хаҡын түләргә кәрәк. Шунан һуң “тимер ат”ығыҙҙы һеҙгә ҡайтарып бирәсәктәр. Хаҡты ҡуналҡалағы кассала түләргә мөмкин.
Транспортты тейәгән, ташыған һәм һаҡлаған өсөн сығымдар уның хужаһына йөкмәтелә.


Вернуться назад